Район мәҙәниәт йорто янында ѳс йыл эшләп килгән «Ѳмѳт» ветерандар клубы оҙайлы каникулдан һуң яңы йылда үҙ эшен дауам итеп, тәүге йыйынын үткәрҙе. Ике сәғәткә һуҙылған сара ваҡытында ололар тѳрлѳ викториналарҙа, уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашты, бейене, йырланы. Ике тиҫтәнән артыҡ даими йѳрѳгән клуб ағзалары быйыл тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашасаҡ, ошо мѳһим эш йыйындарҙың кѳн тәртибендә лә сағылыш табасаҡ.