Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2017, 04:25

СИРАТТАҒЫ КӘҢӘШМӘ

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Комитетының күсмә кәңәшмәһе үткән аҙнала Күмертауҙа уҙҙы. Кәңәшмәне Комитеттың рәйесе Рәшит Хәйруллин асты һәм ҡаланың алға китеү өсөн бик күп эштәр башҡарыуын телгә алды. Ҡала башлығы Борис Беляев отчет менән сығыш яһаны. «Әле әүҙем рәүештә инвесторҙар эҙләү менән мәшғүлбеҙ», - тине ул һәм был мәсьәләлә ярҙам итеүҙәрен һораны. Кәңәшмәлә шулай уҡ «КүмАПП»ның пландары, эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү һорауҙары тикшерелде. «Бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ», - тине Рәшит Хәйруллин.
Читайте нас: