Яңы уҡыу йылы башланырға һанаулы ғына көндəр ҡалды. Отпускыларынан сыҡҡан уҡытыусылар балаларҙы ҡаршы алыуөсөн мəктəптəрҙə əҙерлек эштəребашлап ебəрҙе. Уҡыусылар ҙа ҙуртүҙемһеҙлек менəн Белем көнөн, тəүге ҡыңғырау тауышын көтəлер, моғайын. Ошо тулҡынландырғысбайрам алдынан район мəғариф бүлеге начальнигы Лира Рафаил ҡыҙыТереғолова менəн əңгəмəлəштек.
- Лира Рафаиловна, күптән түгел баш ҡалабыҙ Өфөлә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһе үтте. Был сарананниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ, берәй яңылыҡ булдымы?
- Ғөмүмән алғанда, тәьҫораттаряҡшы. Яңылыҡ итеп шуны әйтер инем: быйыл төрлө темаларға арналған бәхәсләшеү айҙансыҡтары булды. Беренсе тапҡыр ошондай ҙур сараға ата-әсәләрҙе лә саҡырҙылар. Улар республика күләмендә яңғыраған мәғариф проблемаларын үҙҙәре ишетте.
- Беҙҙең район ата-әсәләренән кемдәр барҙы?
- Район мәктәптәрендә әүҙем эшләгән ата-әсәләр күп беҙҙә. Ләкин уларҙың барыһын да алып барыу мөмкинлеге генә сикләнгән. Шуға ла беҙ Павловка, Мораптал һәм Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбенән вәкилдәрҙе алып барҙыҡ.
- Бындай сараға барғас, тыңлап ҡына йөрөмәгәндәрҙер бит инде. Ата-әсәләр үҙҙәренең тәҡдимдәрен әйттеләрме, ниндәйҙер проблемалар буйынса дәғүәләрен белдереүселәр булдымы?
- Юҡ, үрҙә әйткәнемсә, бәхәсләшеү, фекер алышыу майҙансығы эшләһә лә, ниңәлер ата-әсәләр өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Мин уларҙың өндәшмәүҙәрен, ошондай мөһим сарала беренсе генә тапҡырҡатнашыуҙары менән аңлатыринем. Моғайын, юғалып ҡалғандарҙыр улар.
- Әгәр ата-әсәләрҙән ниндәйҙер тәнҡиттәр булһа, нисек ҡабул итәһегеҙ?
- Ата-әсәләр менән һәр саҡ осрашам. Беҙҙә йылына 2 тапҡыр дөйөм ата-әсәләр йыйылышы үтә. Шулай уҡ зоналар буйынса ла йыйылыш үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, Таймаҫта үткәрһәк, илкәнәйҙәр ҙә килә. Шуға мин ата-әсәләр менән йыш осрашам, улар миңә үҙҙәренең тәҡдимдәрен,проблемаларын әйтеп тора икән,
был насармы ни? Күпселектә ата-әсәләр беҙҙең мәктәп һаҡланып ҡаласаҡмы, тип һорауҙар бирә. Был закондар талабына ярашлы эшләнергә тейеш. Мәҫәлән, әгәр уҡытыусыға 14 бала тура килмәй икән, класс ябылырға тейеш. Әлегә был закон республикала ныҡ ҡаты түгел, шуғакүҙҙе йомоп, 7 бала булһа ла, беҙ уҡытабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берауылдарҙа ете бала ла йыйылмай. Сертүгел, һәр кемде лә уҡыусыларҙың ауылдарҙа ҡалыуы-ҡалмауы борсой. Йылһайын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусыларһаны кәмегәндән-кәмей. Демографик хәл дә ҡыуанырлыҡ түгел, шуға күрә лә ауылда мәктәптәргә ябылыу ҡурҡынысы янай. Беҙгә бөгөн мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалыу мөһим. Әгәр мәктәптәр ябылһа, район бюджетына ла өҫтәмә ауырлыҡ төшә. Сөнки байтаҡ сығым балаларҙы автобуста йөрөтөүгә, яғыулыҡ-майлау материалдарына, запас частәргә китә.
Бер автобусҡа йылына 430 мең һум аҡса сарыф ителә, ә беҙҙә район буйынса барлығы мәктәп автобустары 26 дана. Автобустар күберәк булған һайын, район бюджетынан сығымдар күберәк тотонола. Бер ауылдан икенсегә йөрөткәндә балаларҙың хәүефһеҙлеге хаҡында ла уйларға бурыслыбыҙ. Ҡала мәғариф бүлеге начальниктарын ҡышын бындай һорау борсомай, ә минең һәр иртәм, айырыуса ҡыш айҙарында, балалар мәктәпкә иҫән-аман барып еттеме, юл бармы, тип борсолоп, мәктәп директорҙарына шылтыратыуҙарымдан башлана.
Күптән түгел районда үткән ҡабул итеүҙәргә Яҡут башланғыс мәктәбен һаҡлап ҡалыу һорауы менән мөрәжәғәт иттеләр. Ысынлап та, бында балалар һаны аҙ. Абдул ауылы мәктәбенең яҙмышы өсөн борсолоп ветеран уҡытыусы ла килде. Абдулда 10-сы класта 2 уҡыусы, 11-селә йәнә 2 уҡыусы. Икенсеауылға йөрөтөргәме? Был һорау әлегә асыҡ ҡала, ата-әсәләр менән осрашып һөйләшеп кәңәшләшәсәкбеҙ.
- Ошондай балаларҙы ситтән тороп уҡытып булмаймы? Мәҫәлән, балаларАбдулда йәшәй, ә уларҙы Яҡшымбәт уҡытыусылары уҡыта.
- Ошо дистанцион вариантты ла ҡарарбыҙ инде, әммә беҙҙең районда бар ерҙә лә интернет тиҙлеге дистанцион белем бирерлек тиҙлектә түгел. Әле Абдулда ремонт эштәре бара, тәҙрәләралыштырырға аукцион иғлан ителде. Берәү ҙә мәктәпте ябырға йыйынмай. Минең бурысым - ундағы уҡыу йортон һаҡлап ҡалыу.
- Яҡут һәм Абдул мәктәптәренең хәле ҡыл өҫтөндә, ә Илкәнәй мәктәбе лә 9 йыллыҡҡа ҡалды түгелме?
- Илкәнәйҙә лә хәлдәр ҡыуанырлыҡ түгел, унда быйыл 11-се класты бер генә уҡыусы бөттө, 10-сы класта берәү ҙә юҡ. Беҙ Илкәнәйҙә лә, Абдулда ла 10-сы һәм 11-се кластарҙы бөтөнләй ябабыҙ тигән һүҙ түгел, ә аҙаҡҡы 3 йыл эсендә ваҡытлыса эшмәкәрлектәрен туҡтатып ҡына торабыҙ. Бәлки, кемдәрҙер күсеп
килерҙәр, кемдәрҙер тыуған яҡтарына ҡайтырҙар, балалар килеп сығыр, унда инде кире был белем усаҡтары эшләп китәсәк. Сөнки беҙҙең ауылдарҙағы
уҡыусыларыбыҙ Күмертауҙағы 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты менән Республика политехник лицей-интернатында ла уҡыйҙар. 5-се
кластан ата-әсәләре ҡалаға ебәреп, аҙаҡ 8-се, 9-сы класҡа, хатта 11-гә лә кире ҡайтҡан осраҡтар етерлек, шуға мәктәптәрҙе япмайбыҙ. Ата-әсәләр ҡурҡмайынса балаларын ҡала интернатында йәшәтә, ә беҙҙә уҡыусылар һаны аҙая. Ҡала мәктәптәре беҙҙең балалар арҡаһында кластарын тултыра, ә беҙҙә
шул арҡала проблема барлыҡҡа килә.
Кире ҡайтһалар, беҙ ул балаларға белем бирергә бурыслы, сөнки улар ҡалала уҡыһалар ҙа, йәшәү урындары районда теркәлгән. Шулай булғас, улар бит
- Шуны белә тороп ниңә ризаһыҙлыҡ белдерәләр икән ата-әсәләр? Ауыл халҡы балаларын ситкә ебәргәс, үҙҙәре үк ғәйепле түгелме ни?
- Ата-әсәләр йыйылышында ла, халыҡ менән осрашыуҙа ла һәр саҡ бында ултырып мин генә мәктәптәрҙе һаҡлап ҡала алмайым, тип әйтәм. Әгәр ҙә халыҡ
үҙе, уҡытыусылар үҙҙәре тырышмаһа, нисек һаҡлайһың белем усағын? Ниңә ҡалаға бирәләр балаларын? Кемдер уҡытыу сифаты яҡшы, төрлө түңәрәк-
тәр эшләй, тиһә, кемдәрҙер, бәлки, был урында ҡыҙыуыраҡ та әйтәмдер, иртән тороп балаларын тәрбиәләп мәктәпкә оҙатырға, дәрес ҡарашырға йыбаналыр.
- Хәҙер ҡала гимназияһында, лицейҙа түләү хаҡтары ла артты, шикелле, ауыл халҡына түләү ауыр түгелме икән?
- Нишләп түләргә, районда бит буш.
Ҡала мәктәптәрендә түләүҙәр ҡыйбат булһа ла, ниңә унда китәләр? Мин ғорурланып әйтә алам - беҙҙең район мәктәптәре ҡаланың ҡайһы бер белем усаҡтарына ҡарағанда күпкә матурыраҡ, бының өсөн район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа рәхмәт, ул мәктәптәрҙе ҡарай, белем торошо
өсөн борсолоп йәшәй. Беҙҙә уҡыу өсөн дә, йәшәү өсөн дә бөтөн мөмкинлектәр бар. Ҡайҙалыр балалары ситтә уҡый, ә үҙҙәре нишләп, мәктәптәр ябыла, тип
беҙгә асыуҙарын төшөрә? Хатта ҡайһы бер уҡытыусылар үҙҙәре үк балаларын ҡалаға ебәрә.
- Тимәк, ундай уҡытыусылар үҙҙәре үҙҙәренә ышанмай килеп сыға.
- Шуға ата-әсәләр менән педагогтар бергә тығыҙ эшләргә бурыслы. Уҡытыу кимәле лә яҡшы булырға тейеш. Уҡытыусылар үҙҙәрен ышаныслы тойһондар,
күңелдәре менән эшләһендәр ине. Хәҙер бит уҡытыусыларға үҫеш өсөн төрлө дистанцион курстар етерлек, ялҡауланырға ярамай, белемеңде арттыр ғына.
Беҙ йыл да районда республика күләмендәге саралар үткәрәбеҙ. Килгән уҡытыусылар ҡәнәғәт булып ҡайтып китә.
- Балаларҙы ситкә ебәрмәҫ өсөн районыбыҙ үҙәгендә интернат асыу мәсьәләһе лә ҡаралды түгелме?
- Был һорау менән беҙ министрға ла мөрәжәғәт иттек, башҡа ерҙәргә лә сыҡтыҡ. Әгәр интернат булһа, балаларыбыҙҙы юғалтмаҫ инек, ләкин беҙ әлегә
ҡәҙәре ыңғай яуап ала алманыҡ. Республиканың башҡа муниципалитеттары менән сағыштырғанда, беҙҙең хәлдәр яҡшыраҡ. Үткән йыл Ермолаеволағы
“Тополек” һәм “Батыр” балалар баҡсаларын берләштереп, интернат асырға тип тәҡдим иткәс, беҙҙе халыҡ яҡлап сыҡманы. Ул ваҡытта интернат асыу өсөн 30
урынға рөхсәт биргәйнеләр.
- “Батыр”ҙа балалар һаны етмәй ине түгелме?
- Эйе, йәшермәйем, балалар һаны аҙ ине. Бөгөнгө көндә 146 ата-әсәнән ғариза бар, әгәр барыһы ла йөрөһә, урындар тула.
- Һеҙ райондағы тыуым буйынса күҙәтеү алып бараһығыҙмы? 2-3 йылдан хәл йәнә лә ҡырҡыу төҫ алмаҫмы икән?
- Әлбиттә, күҙәтәбеҙ. 2-3 йылдан һуң да хәл бөгөнгөсә буласаҡ. Балалар тыуа ул, ләкин ата-әсәләре артабан да ауылдарҙа ҡаламы, юҡмы, шул борсой
беҙҙе. Хәҙер бит халыҡ күпләп ситкә күсә, беҙҙең районда тыуып, пропискала торһалар ҙа, ситтә йәшәгәндәр күп. Шуға статистикаға ышанып булмай,
ысынбарлыҡ буйынса һандар бөтөнләй икенсе.
- Әлеге ваҡытта балалар һаны кәмеүгә бәйле, районда нисә уҡытыусы эшһеҙ ҡалыуы ихтимал?
- Беҙҙә уҡытыусылар етмәй. Аҙаҡҡы өс йыл эсендә районға йәш уҡытыусылар ҡайтманы. Йәш белгестәр ҡайтырға теләмәй, шуға пенсия йәшендәге уҡыты-
усылар күп. Бының өсөн, әлбиттә, беҙҙең баштан һыйпамайҙар. Беҙ коллективты яңы көстәр менән яңыртырға тейешбеҙ.
- Йыл да күпме студент педвуздар тамамлай бит…
- Тамамлай, ләкин уларҙың күбеһе уҡып алған һөнәрҙәре буйынса китмәй. Йә коммерция структураларында, йә икенсе тармаҡтарҙа эшләүселәр етер-
- Рәсәй премьеры Дмитрий Медведев әйткәйне бит, аҡса кәрәкһә, бизнесҡа барығыҙ, тип. Моғайын, йәштәр уның һүҙенә ҡолаҡ һалғандарҙыр?
- Йәш белгестәрҙең эш хаҡы 8-10 мең һум, ә был аҡсаға кем ҡайтып эшләһен?
- Уҡыу йорттарына ингәндә уҡыусылар менән берәй әҙерлек эштәре алып барыламы?
- Һәр йыл һайын декабрь, февраль айҙарында 9-сы, 11-се класс уҡыусылары һәм ата-әсәләр менән юғары һәм һөнәри урта уҡыу йорттары уҡытыусылары
осрашыуға килә. Улар ата-әсәләргә матур аңлатыу эше алып бара.
- Лира Рафаиловна, хәҙер күп ойошмалар аутсорсингҡа күсеп бөттө, мәғариф өлкәһендә нисек?
- Беҙҙә уҡыу йылы аҙағында 1 майҙан аутсорсингҡа һаҡсылар, 1 июндән кочегарҙар күсте. Был алым беҙҙең өсөн яҡшымы, насармы икәнлеген әле-
гә аңлап өлгөрмәнек. Хәҙер яңы уҡыу йылынан туҡланыу буйынса ла шундай системаға күсәбеҙ.
- Һеҙҙеңсә был нормаль күренешме?
- Бер яҡтан шулай булырға тейеш тә һымаҡ, икенсе яҡтан үҙ өлкәңдәге эшсе һинең ҡул аҫтыңда эшләһә, яҡшыраҡ булыр ине, минеңсә.
- Мәктәп автобустары ла Мәләүез АТП-һына күсерелә тип ишеткәйнек, был һүҙ дөрөҫмө?
- Һеҙ интернет селтәрен күҙәтеп бараһығыҙмы? Уҡыусыларҙың ниндәй сайтта ултырғандарын беләһегеҙме? Беҙ балаларҙан был йәһәттән ҡалышабыҙ
түгелме, улар бит көнө-төнө интернетта ултыра.
- Ысынлап та, һүҙегеҙҙә хаҡлыҡ бар. Беҙ, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, балаларыбыҙҙың ниндәй сайтта ултырғандарын күҙәтеп барабыҙ. Был эш
үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Хәүефле төркөмдәрҙә ултырыусыларҙы ла асыҡлаған осраҡтар булды. Ата-әсәләрҙе лә балаларын күҙәтергә саҡырабыҙ.
- Бөгөнгө көндә ата-әсәләрҙе тағы ниндәй һорауҙар борсой?
- Балаларҙы мәктәпкә йыйындырыу. Сөнки хаҡтар ифрат юғары. Барыһын да алырға күптәрҙең хәленән дә килмәй.
- Мәктәптәрҙә балаларҙан аҡса йыйыу буйынса ни әйтерһегеҙ, хөкүмәттән бүленгән аҡса етмәйме?
- Үҙегеҙ һанап ҡарағыҙ, бер балаға 1100 һум күләмендә аҡса бүленә, китаптар ҙа, башҡа нәмәләр ҙә ошо суммаға инә. Был бит бер китапҡа ла етмәй. Дәүләт үҙе лә аҡса бүлмәй, балаларҙан йыйһаң, тағы ғәйеплеһең. Бының өсөн яза бирергә генә торалар.
- Һеҙ мәғариф өлкәһендә эшләүегеҙгә үкенмәйһегеҙме?
- Юҡ, мин был өлкәлә күптән эшләйем. Үҙемде башҡа ерҙә күҙ алдына ла килтерә алмайым.
- Әгәр һеҙҙе Ольга Васильева урынына РФ-ның мәғариф министры итеп ҡуйһалар, һеҙҙең тарафтан берәй реформа булыр инеме?
- Ольга Васильева урынында үҙемде күҙ алдына ла килтергәнем юҡ, шулай ҙа ауыл ерендә кластарҙа норма буйынса ун дүрт бала тип иҫәпләү дөрөҫ түгел ул. БДИ-ға килгәндә бер нимә лә үҙгәртмәҫ инем. Сөнки мин беләм, ышанам - беҙҙең балаларҙың имтихандарҙы бирә алырҙарына. Уҡыусыларыбыҙ имтиханды Күмертау мәктәптәрендә бирәләр һәм шуныһы ҡыуаныслы: барыһы ла бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ имтихандарҙы тапшыра. Эйе, был стресс, тулҡынланыу, ләкин хәҙер ҡайҙа стресс юҡ?
- Яңы уҡыу йылын ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?
- Яңы уҡыу йылын яҡшы кәйеф менән ҡаршылайбыҙ. Мәктәптәр балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Абдул мәктәбендә лә ремонт эштәре бөтөүгә бара. Быйыл Белем көнө 1-ендә түгел, ә, Ҡорбан байрамына бәйле уны, 2 сентябргә күсерҙек.
- Ҡайһы мәктәптәрҙә яңы директорҙар ҡуйылыуы хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине?
- Бахмут мәктәбендә Ирина Михайловна Глущенко, ә Отрада мәктәбендә Илһам Ирек улы Килдебаев. Уларға уңыштар теләйбеҙ. Шулай уҡ, мөмкилектән файҙаланып, районыбыҙҙың барлыҡ уҡытыусыларын һәм уҡыусыларын яҡынлашып килгән Белем көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым. Бергәләгән генә яу ҡайтарған. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
- Лира Рафаиловна, йылы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, уңыштар һеҙгә!