Новости
31 Августа 2017, 11:44

АЙБУЛАТ, ШАЙМОРАТ ӨСӨН БЕҘ БИК ШАТ!

25-27 августа Учалыла кикбоксинг буйынса үҫмерҙәрҙең Республика Асыҡ турниры уҙҙы. Ул Учалы кикбоксинг секцияһы тәрбиәләнеүселәре иҫтәлегенә арналды.

25-27 августа Учалыла кикбоксинг буйынса үҫмерҙәрҙең Республика Асыҡ турниры уҙҙы. Ул Учалы кикбоксинг секцияһы тәрбиәләнеүселәре иҫтәлегенә арналды.
Башҡортостан ҡалаларынан 120 спортсы һәм шулай уҡ Көньяҡ-Уральск, Каменск-Уральск, Магнитогорск, Силәбе, Копейск, Златоуст, Агаповка, Әбйәлил районынан да ҡатнашыусылар булды турнирҙа. Күмертауҙың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенән игеҙәктәр Айбулат менән Шайморат Бағишаевтар ҡатнашты. Башҡа балалар каникулда рәхәтләнеп ял иткән саҡта, беҙҙең егеттәр был ярышҡа йәй буйы бик етди әҙерләнде. Үҙҙәре генә түгел, мин дә Бағишаевтарҙың еңеү яулауҙарына ныҡ ышандым.
Бына, ниһайәт, ике көн буйы дауам иткән көсөргәнешле көрәш һөҙөмтәләре лә билдәле булды. Айбулат 1-се урын яулап, алтын миҙалға эйә булһа, Шайморат 3-сө урынға сығып, бронза алды. Шулай уҡ 1-се урын кубогы ла беҙҙә ине.
Бағишаевтарҙы яҡшы сығыш яһауҙары, еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ һеҙгә, егеттәр! Алда тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға яҙһын һеҙгә!
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: ҡыҙғанысҡа, ярышҡа беҙгә үҙ аҡсаларыбыҙға барып ҡайтырға тура килде. Шуға күрә еңеүселәремдең атаһы — Марат Баймырҙа улына ла оло рәхмәт әйткем килә. Ул улдарының кикбоксинг менән шөғөлләнеүенә гел генә дәртләндереп тора һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешеүҙәре өсөн һәр ваҡыт бөтә яҡлап ярҙам итә.

Таһир ШӘФИЕВ,

балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры

Күмертау ҡалаһы
Читайте нас