Көйөргәҙе районында, барса респбуликала, хатта илдәге кеүек үк, янғын хәүефлеге буйынса хәлдәр ҡатмарлы. 30 градустан артыҡ эҫелә һәр предмет дарыға торошло - аҙ ғына осҡон булдымы яна ла китә. Үткән аҙнала Молокандан бесән алып ҡайтып килгән берәүҙең трактор торбаһынан сыҡҡан осҡон арҡаһында йөгө янып китә, бесәндән бер ни ҡалмай, арба өлөшләтә зыянлана. Шулай Дэу-Нексия автомобиле яланда янып китә, торараҡ Пежо машинаһы ҡала территорияһында яланда янып бөтә - машина хужалары, хәүефһеҙлек тураһында бөтөнләй онотоп, уңыш йыйыу барған баҫыуға кергән, төтөн сығарыусы торбалары ҡыҙыуынан үләнгә ут ҡапҡан, артабан инде машинаны ла солғап алған. Янғын һүндереүселәр һәр осраҡта ла килеп етеп утты йүгәнләй, тик машиналар хәҙер металлоломға ғына тапшырырға эшкинә.