Иҫке Отрада халҡы егәрле, бөтмөр, заман ауыр тип зарланып ятмай, булған тауарын юл буйына сығарып һата, шулай аҡса эшләй (Ырымбур трассаһы буйында ултырғас рәхәт). Бында бөтә нәмә бар - бал, алма, сало, эсергә яратҡандар өсөн градуслы балы. Хужа тауарын ҡуя ла юл буйына үҙе йорт тирәһе мәшәҡәттәре менән була - көнө буйы тороп булмай бит инде эҫе ҡояш аҫтында, кәрәк кеше үҙе туҡтап өндәшер әле. Тик кеше лә яман хәҙер, бер нисә көн элек ниндәйҙер машина туҡтаған да һатылған аҙыҡ-түлек янына, Ҡорбан байрамы бит әле тип уйлағандырмы (хәйергә), үҙе лә бик мохтаж ас булғандырмы - бал, алма һымаҡ ризыҡты машинаһына тейәгән дә хушлашып та тормай ҡасҡан. Хужа кеше харам яратҡан машинаны абайламаһа ла тауары юғалыуын һиҙгән, полицияға хәбәр иткән. Әле теге ас йөрөгән водителде аулау бара. Бәлки, тоторҙар.