Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2017, 16:39

ҠОРБАН ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК ҮТТЕ

Исламда ике төп байрам бар: Ураҙа һәм Ҡорбан байрамы. Ҡорбан байрамы Зөлхизә айының унынсы көнөндә башлана һәм ҡорбан салғандан һуң тағы ике көн дауам итә.

Исламда ике төп байрам бар: Ураҙа һәм Ҡорбан байрамы. Ҡорбан байрамы Зөлхизә айының унынсы көнөндә башлана һәм ҡорбан салғандан һуң тағы ике көн дауам итә.

Аллаға шөкөр, йылдан-йыл Ҡорбан байрамдары шундай матур, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә башланы. Ҡайҙа ғына барма - рухи күтәренкелек, шат йөҙҙәр, мосолмандар үҙҙәренең туғандарын, күрше-тирәһен, дуҫ-иштәрен ҡунаҡҡа саҡыра, фәҡирҙәр, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләшә. Иншалла, атай-бабайҙарҙың, ололарҙың доғалары, теләктәре тормошҡа аша, хаҡ динебеҙ сәскә ата, ул тормошҡа көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара.

«Рамаҙан» мәсетендә Ҡорбан ғәйете ҙур тантанаға әүерелде. Күмертау ҡалаһы һәм Ермолаево ауылы халҡын тәшкил иткән йәмәғәт йыйылды унда. Барлығы 150-ләп кеше килгәйне. Ҡорбанға 14 һарыҡ салынды. Шуларҙың 7-әүһе Күмертау ҡалаһынан булһа, ҡалғаны Ермолаево ауылынан. Байрамға йәм өҫтәп, Рәсәй думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров һәм Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов килде. Байрам вәғәзендә йыйылған халыҡ уларҙың сығышын тәрән ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.

Шулай уҡ Көйөргәҙе районының имам- мөхтәсибе Азат Хәлилов Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәттең ҡотлау хатын уҡып ишеттергәндән һуң Ҡорбан байрамының тарихы, Ҡорбан салыуҙың тәртибе менән таныштырҙы, мосолмандарға иң кәрәк булған ҡиммәттәр тураһында һөйләгәндән һуң байрамға килгән бөтә мосолмандарҙы хәҙрәт махсус рәүештә ветеринария ҡағиҙәләренә ярашлы итеп ойошторолған ҡорбан салыу урынына саҡырҙы. Бөтәһе табынға 4 һарыҡ бешерелде. Ә ҡалғандары ҡорбан салыусыларҙың үҙҙәренә, ауыр тормош шарттарында йәшәүселәргә, байрамға килә алмаусыларға таратып бирелде.

Азат хәҙрәт Хәлилов октябрь айынан башлап мәсеттә Ислам дине нигеҙҙәре һәм ғәрәп телен өйрәнеү буйынса ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дәрестәр ойошторолоуы тураһында хәбәр әйтеп ҡыуандырҙы.

Район мәҙәниәт һарайында Байрамға бағышланған матур концерт та күрһәтелде. Байрамды үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән «Юшатыр» сауҙа комплексына (директоры Ринат Фәрит улы Әхмәтйәнов), район сауҙа кооперативына (директоры Рәсимә Солтан ҡыҙы Бабченко), Күмертау ҡалаһы «Даға» сауҙа предприятиеһына (Фәнир Хөснөтдин улы Әминев), Күмертау ҡалаһы «Автодок» шәхси предприятиеһына (Алик Рафаэль улы Сабитов), Ермолаево һәм Күмертау ҡалаһы халҡына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Миниәхмәт ӘМИРОВ,

«Рамаҙан» мәсете мәзине.

Нурия ХӘЛИЛОВА,

Ислам дине нигеҙҙәре һәм ғәрәп телен өйрәнеү буйынса юғары белемле уҡытыусы

Ҡорбан ғәйетенә Молокан мәҙәниәт йортона арыу ғына халыҡ килде: йәше лә бар, олоһо ла. Клуб янында ғына ҡаҙан аҫылған, мул табын әҙерләнгән. Тәүҙә концерт, сығыштар булды. Йырға маһиры йырланы, кемеһе ҡотлап үтте, теләктәр теләне. Аҡһарынан Айҙар Ишмөхәмәтов моң өсөн яуап бирҙе. Залды яңғыратып Айзилә Әбдрәхимова, Әлфирә Ғөбәйҙуллина, Гөлсөм Сәлихова, Юлай менән Фәнүзә Хәлитовтар, Рәйсә Шәрипова йырланы. Молокан менән Ҡунаҡбай старосталары Р. Вәлитов һәм Ә. Йәнбирҙиналар халыҡтың шул тиклем күп килгәненә ҡыуаныстарын белдереп сығыш яһаны. Ғәйнетдин Ғәзиз улы яҡташтарын, ауылдаштарын байрам менән ҡотлап, бәрәкәт һәм именлек теләне. «Алла барыбыҙ өсөн дә бер генә ул», - тип фәлсәфә итте. Уның һүҙен йөпләп, Ермолаево ауыл советы башлығы урынбаҫары Марина Букреева ла: «Ана, Украинала нишләйҙәр, беҙҙә улай булып ҡуймаһын», - тип хафа белдерҙе. Молокан һәм Ҡунаҡбай халҡы, төрлө милләт кешеләре йәшәһәләр ҙә, гел татыу булдылар», - тине. Ғәйнетдин Мөхәмәтовҡа оло рәхмәтен белдерҙе: «Һеҙҙең кеүек кешеләр барҙа, ауылдар бөтмәҫ», - тип тә өҫтәне. Бар тамашаны Гөлназ Еликеева алып барҙы. Матур һүҙҙәр, теләк-ҡотлауҙарҙан һуң Ҡорбан ашынан ауыҙ иттеләр. Өҫтәл бай ине, шундағы бер инәй: «Аллаға шөкөр, муллыҡ хәҙер, беҙ бәләкәй саҡта серек картуф ашап үҫтек», - тип үҙенең әлеге тормошҡа йәшерәк сағында эләгә алмауына бошоноп ҡуйҙы.

Сәхнәнән ишетелгән ошолай йыр һүҙҙәре иҫтә ҡалды: «Әжәлдәргә дауа булмаҫ инде, Бир, хоҙайым, йәшәр өсөн көс». Амин, шулай булһын. Йәшәргә көс, дәрттән айырмаһын.

Малик ИЛЬЯСОВ

Беҙҙең Тимербай ауылында бик матур мәсет эшләп килә. 1 сентябрҙә Ҡорбан байрамы бик ҙур әҙерлек менән үткәрелде.

Тимербайҙан Юрик һәм Юнир Әкбәровтар ҡорбан салырға һарыҡ бирҙе. Иртәнге сәғәт ундарҙа халыҡ бик күпләп мәсеткә йыйылды. Ауыл муллаһы Азат хәҙрәт Рәжәпов аҙан әйтеп, бик матур итеп Ҡөрьән уҡыны. Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова ла изге байрам менән килеп ҡотларға онотманы. Әлфирә Биҡҡолова, Мәғфиә Рамаҙанова, Сәриә Килмәтова бик тәмле итеп аш әҙерләп, килгән халыҡты һыйланы. Ауылдың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәре әҙерләгән тәм-томдо алып килгән. Байрамға йыйылған бар халыҡ изге теләктәрен, рәхмәттәрен әйтеп таралышты.

Ришат ЙОМАҒОЛОВ,

Кинйәабыҙ ауылы


Яңы Мораптал мәсетендә лә изге байрамдарҙың береһе Ҡорбан ғәйете йәмле үтте.

«Ҡараматулла» мәсетендә иртәнге намаҙ уҡылғандан һуң, ауылыбыҙҙың дин ҡәрҙәштәре, ағинәйҙәр, түбәтәйле бабайҙар Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы ашханаһына, ҡорбан ашына йыйылдылар. Ҡорбан итеп Киров хужалығы һыйыр салды.

Күркәм байрам ауылыбыҙҙың имам-хатибы Ғәлиулла Дилмөхәмәтов хәҙрәттең вәғәзе менән башланды. Аҙаҡ район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Рәмил Туҡаев һәм ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһанылар. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зәлиә Илбулованың мөнәжәт уҡыуы, уҡытыусы Роза Төхвәтуллинаның бәйет әйтеүе сараны тағы ла йәнләндерҙе. Балаларҙан Алина Юлдашева менән Наилә Юлбаеваның йырҙары ла барыһының да күңеленә хуш килде.

Изге байрам ҡорбан итеп һыйыр салған Киров хужалығына, өҫтәл әҙерләүҙә һәр саҡ ризалыҡ менән ярҙам итеүсе “Арзан” магазины хужаһы Мәрүәр Сәғәҙиеваға, “Розалина” магазины хужаһы Розалина Бикбаеваға, “Йәйғор” магазины хужаһы Наиль Бәшировҡа, “Каспий” кафеһы хужаһы Ильчин Гасанов ҙур рәхмәт. Изгелектәре үҙҙәренә мең рәхмәт булып ҡайтһын.

Нәсимә ШӘМСЕТДИНОВА,

Мораптал ауылы

Уҡыусылар оҙайлы каникулдарҙан һуң көс, дәрт менән матур гөлләмәләр тотоп килгән. Уларға һәм уҡытыусыларға яңы үрҙәр, яңы ҡаҙаныштар теләп ҡалабыҙ. Шулай уҡ Ҡорбан байрамы уңайынан Ғайсиндар ғаиләһе мәсетебеҙ алдында барлыҡ ауыл халҡын тәмле былау менән һыйланы. Әмир Ғайса улы һәм Руфия Ғилман ҡыҙының улдары Румил, килендәре Лиана ҡорбан салдырып ауылдаштарын һыйланылар. Мәктәптән ҡайтып барған һәр кеше ауыҙ итеп, рәхмәттәр уҡып таралыштылар. Шул рәхмәттәр һеҙгә меңләтә сауап булып ҡайтһын.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА,

Яҡуп ауылы

Урындағы Ағинәйҙәр берекмәһе һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған сараға милли кейем кейгән байтаҡ кеше килде. Изге байрамда ҡатнашыусыларҙы Ермолаево ауыл биләмәһе хакимәтенең эштәр идарасыһы Людмила Фәйзуллина тәбрикләп, бѳтәһенә лә иҫәнлек-һаулыҡ, тормоштарында уңыштар теләне.

«Кѳйѳргәҙеагропродукт» йәмғиәте, «Ямал» магазины етәкселеге, Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары тырышлығы менән әҙерләнгән мул һыйлы сәй табынына йыйылыусыларҙы хеҙмәт ветераны Гѳлшат Байназарова Ҡорбан байрамының барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы, мѳнәжәттәр, үҙенең шиғырҙарын уҡыны. Сарала ҡатнашыусылар дини темаға арналған видеофильм да ҡараны. Йыйылыусылар күңеленә үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнашыусыларҙың һәм ололарҙың үҙҙәренең йыр-бейеүҙәре хуш килде. Ауылдаштар байрамдан ҡәнәғәтлек алып, киләсәктә лә иҫәнлектә-һаулыҡта ошондай осрашыуға теләк белдереп, таралышты.

Урал ҠӘЙҮПОВ,

Айсыуаҡ ауылы

Быйыл да иртәнән башлап халыҡ мәсет яғына ағылды. Киров исемендәге кооператив йыл да ҡорбан салып үҙ биләмәһенә ҡараған ауылдарға бүлеп, ғәйет намаҙынан һуң байрам табыны ҡороу ҙа матур йолаға әүерелде. Йылдан-йыл ҡорбан салып, йола үтәүселәребеҙ ҙә күбәйә. Мәсетебеҙгә килгән бар халыҡ бер-береһен байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткереҙе. Ғәйет намаҙы уҡығандан һуң, хәйер саҙаҡа өләшеп, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн Рәжәп һәм Зәкиә Юлбарисовтар, Мөхтәр һәм Марат Ялсыҡаевтар, Рәүзилә һәм Марат Ишкининдар, Гөлкәй һәм Фәтих Шәмсетдиновтар, Инира һәм Винир Зәбировтар, ҡорбан салып ауылдаштарына ашаттылар.

Яҡут ауылы Ағинәйҙәре ойоштороуында ҙур табын әҙерләнде. Усаҡ яғып ҙур ике ҡаҙан аҫып аш һалып ебәрҙеләр. Бар йолаһын үтәп, тәмле аштар ашап, самауыр сәйҙәре эсеп, ҡорбан салған хужаларға рәхмәттәр әйтелде. Аш-һыуҙан өҫтәл һығылып торҙо һәр кем күстәнәс менән килеү беҙҙең ауыл халҡы өсөн ғәҙәти хәл. Тағы ла ҡорбан салып изге йоланы Миңсара һәм Әхәт Ишдәүләтовтар, Гөлфиә һәм Фәнил Исламғоловтар, Айһылыу һәм Руслан Дауытовтар башҡарҙы. Байрам табынын әҙерләшкән Ағинәйҙәр ойошмаһына, еңгә- килендәргә, барыһына ла именлек, һаулыҡ, донья именлеге теләп, бар ниәттәре ҡабул булһын, тигән теләктә ауылдаштарым исеменән рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА,

Яҡут ауылы

Көйөргәҙе районы Яманһары ауылы мәсетендә Ҡорбан байрамы бик матур үтте.

Ҙур тырышлыҡ менән Минияр ағай Хәйбуллин һәм минең етәкселектә ҙур көс һалып асылған мәсеттең эшенән бөтә халыҡ бик ҡәнәғәт. Аҡса етешмәй, яғыуға, светкә түләп булмай, тип һис тә аптырап тормайҙар улар. Мәсетте бынан өс йыл элек Ҡорбан байрамына әҙерләп бөткәс, кемде имам итеп һайларға тип бик оҙаҡ баш ватҡас, Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова, Минияр ағай өсәүләп Ришат Йәмилевтың өйөнә килдек тә уға тәҡдимебеҙҙе әйттек. Бөтә яманһарылар бер тауыштан: «Хәҙрәтебеҙҙән уңдыҡ», - тип ҡыуаналар. Ысынлап та, тәү ҡарауға шундай оялсан ғына, бигерәк баҫалҡы Ришат хәҙрәт белеме яғынан көслө, һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләүсе, үҙенә лә башҡаларға ҡарата ла ғәҙел, талапсан, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарҙы үтәргә тырышыусы икәнлеген иҫбатланы, әлхәмдулилла!

1 сентябрҙә Ҡорбан байрамы Яманһарыла айырыуса юғары күтәренкелек менән үтте. Мәсеттең эсе шығырым тулы халыҡ булыуы бигерәк тә һөйөндөрҙө. Ҡорбан салыусылар ҙа йылдан-йыл күбәйә бара. Быйыл мул табынға 5 ҡорбан ите һуйылды.

Түләгәнов Илдус, Иҙрисова Миникамал, Тураев Карам, Тураева Таңһылыу, тағы ла Торай ауылынан ҡаҙаҡтар бер ҡорбан килтерҙеләр, Аллаға шөкөр.

Йыйып ҡына әйткәндә, байрам шул тиклем матур үтте, бөтә ҡунаҡтар, ауылдаштар ҙур ҡыуаныс, ҡәнәғәтлек кисерҙеләр һәм хәҙрәтебеҙ Ришат Йәмилевҡа, аш-һыу әҙерләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт әйтеп таралыштылар.

Нурия һәм Фәиз ХӘЛИЛОВТАР


Изге сараға Камил Солтанғужин ҡорбан салды, өҫтәл әҙерләүгә “Сәләм” магазины хужаһы Рәсимә Хәбибуллина спонсор ярҙамы күрһәтте. Илкәнәй аҡһаҡалы Абдулхаҡ Әхтәмовтың вәғәзен тыңлағандан һуң, инәй-бабайҙар ҡорбан ашы ашап, төрлө тәмлекәстәр менән сәй эсеп, күтәренке кәйефтә таралышты.

Зөлфиә АРАПТАНОВА,

Илкәнәй ауылы советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы.

Читайте нас