Новости
8 Сентября 2017, 12:46

ТӨҘӨЛӨШ БАШЛАНДЫ!

Яңы Морапталда күп функциялы спорт комплексы төҙөләсәк, тип күптән хәбәр йөрөй ине.

Яңы Морапталда күп функциялы спорт комплексы төҙөләсәк, тип күптән хәбәр йөрөй ине. Уның буласаҡ урынын күрһәтеүҙәрен һорап та йөрөгәйнек, әммә ошоғаса был мәғлүмәтте сер итеп тоттолар. Яңыраҡ Мораптал силсәүите башлығы Аскар Кинжалиев конкурс үтеүе, бер нисә көндән эштәр башланыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Бына, ниһайәт, был спорт комплексын төҙөү эштәре башланып китте. 2 миллион 509 мең һум торған комплекс эсендә футбол, волейбол, баскетбол уйнар өсөн майҙандар буласаҡ. Ҡышын хоккей коробкаһы эшләйәсәк. Спорт комплексы майҙаны 1000 квадрат метр тәшкил итәсәк.
Читайте нас