Был аҙнала район хакимиәтендә тыуымды арттырыу буйынса комиссия ултырышы үтте. Ултырышты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова алып барҙы. Райондың демографик хәле менән ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова һәм Үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Галина Селищева таныштырҙы. Уларҙың билдәләүе буйынса, әсә булырға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе ваҡытында иҫәпкә тормай. Сара һуңында район биләмәһендә тыуымды арттырыу буйынса комиссия составы билдәләнде. Шулай уҡ бала-сағаны күбәйтеү, сабыйҙарҙың үлемен кәметеү маҡсатында ниндәй эштәр алып барыласағы хаҡында план төҙөлдө. Демографияны арттырыу эшендә волонтерҙар ярҙамы ла ҡулланыласаҡ.