Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2017, 15:36

«БАРЫҺЫ ЛА ВАЙЫМҺЫҘЛЫҠТАН!»

Башҡорт телен уҡытыу-уҡытмау буйынса ҡыҙыу бәхәс бара. Беҙҙең гәзиттең төркөмөндә лә шул иҫәптән. Ваҡиғалар көндән-көн ҡуйыра һымаҡ та, бер ҡараһаң, баҫылып та киткәндәй. Кисә БР Мәғариф министры республика балаларының 73%-ы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыясаҡ, тип белдерҙе. Шулай ҙа нимә, ҡайҙа, нисек, ни өсөн — ябай кеше ҡапыл ғына аңларлыҡ түгел. «Юшатыр» торараҡ был тема буйынса түңәрәк өҫтәл ойоштормаҡсы, теләгәндәр килә ала, бәғзеләрен үҙебеҙ ҙә саҡырырбыҙ.

Башҡорт телен уҡытыу-уҡытмау буйынса ҡыҙыу бәхәс бара. Беҙҙең гәзиттең төркөмөндә лә шул иҫәптән. Ваҡиғалар көндән-көн ҡуйыра һымаҡ та, бер ҡараһаң, баҫылып та киткәндәй. Кисә БР Мәғариф министры республика балаларының 73%-ы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыясаҡ, тип белдерҙе. Шулай ҙа нимә, ҡайҙа, нисек, ни өсөн — ябай кеше ҡапыл ғына аңларлыҡ түгел. «Юшатыр» торараҡ был тема буйынса түңәрәк өҫтәл ойоштормаҡсы, теләгәндәр килә ала, бәғзеләрен үҙебеҙ ҙә саҡырырбыҙ.
Ә әлегә фекерҙәрегеҙҙе ебәрегеҙ. Бөгөн ошо тема буйынса районыбыҙҙың имам-хатибы, уҡытыусы, яҙыусы, тағы әллә күпме регалийҙары булған Азат ХӘЛИЛОВ сығыш яһай:

- Башҡорт теле быуаттар буйы ата-бабаларыбыҙ һаҡлап килгән тел ул. Уны һаҡлау һәр башҡорттоң бурысы. Һуңғы ваҡыттарҙа башҡорт теле буйынса ығы-зығылар күбәйҙе. Былар барыһы ла бөтәбеҙҙең дә вайымһыҙлығынандыр. 16 сентябрҙә телде яҡлау өсөн митингыға ла йыйыла халыҡ. Уныһы ла хәҙерге ваҡыт өсөн кәрәктер. Мәскәү прокуратураһына, Ил Башлығына башҡорттарҙың үҙ телен һөйөүен белдереү өсөн дә.

Вайымһыҙлыҡ йөҙ йыл элек башланғандыр, тип уйлайым. Бынан йөҙ йылдар самаһы элек башҡорт теленә Дәүләт теле статусы биргән саҡта, әҙәби тел һайлау була. Ошонда башлана беренсе вайымһыҙлыҡ хатаһы. Унда ниңәлер көньяҡ башҡорт теле генә алына. Төньяҡ башҡорт телендә һөйләшкән милләттәштәребеҙ ситтә ҡала. Уҡытыу әҙәби телдә башлана. Әлбиттә, ул ваҡыттағы комиссия алдағы осорҙарҙа үҙгәртеү булыу мөмкин тигән мөмкинселек ҡалдырған. Тик совет власында шәхес культы башланыу сәбәпле, был оҙаҡ йылдарғаса ҡала килә. Республикала партияның беренсе секретаре Миҙхәт Закир улы Шәкиров эшләгән осорҙа был һорау шаҡтай күтәрелә. Тимәк ил етәкселеге был юҫыҡта иркенлек биргәндер. Республикала милли мәсьәләне этәреүсе зыялыларыбыҙ булған. (Әммә, шул уҡ ваҡытта, М.З.Шакиров тарафынан уҡ улар эҙәрлекләнгән). СССР-ҙың милләтәр советы булған. 1990 йылдарҙан һуң матбуғат баҫмаларында ике теллелек мәсьәлһе күтәрелеп сыҡҡайны, күп кенә зыялыларыбыҙ ҡаршы сыҡты.

Был юҫыҡта өлгө булырҙай халыҡтар бар, беренсеһе мордва милләте. Улар эрҙә һәм моҡшо телендә һөйләшә, һәм милләттәре мордва! Беҙҙә лә, әйтәйек, төньяҡ башҡорттары һәм көньяҡ башҡорттары тип алырға була. Ә әҙәби тел итеп уртаҡ тел булдырылыр ине. Төньяҡ башҡорттарын Ҡазан һеҙ башҡорттар, ти. Сөнки уларҙың һөйләше беҙҙеңсә, тик с-ҫ з-ҙ ғына айырыла. Тел шул уҡ. Уларҙың башҡорттар икәнен Салауат Хәмиҙуллин аҙна һайын телевизор тапшырыуы аша иҫбат итә бара. Уның хеҙмәтен дә баһаларға тейешбеҙ. Ул башҡорттар өсөн бик ҙур эш эшләй. Рус теле ле ошо кимәлдә, Рәсәйҙең бер мөйөшөндәгерус кешеһен, икенсе мөйөштә йәшәүсе милләттәше аңламаҫҡа мөмкин. Ҡасандыр Ожогев тарафынан уртаҡ тел төҙөлгән. Беҙгә лә, кисекмәҫтән, шулай кәрәк. Социаль сайттарҙа көньяҡта йәшәгән башҡорттарҙы һәр саҡ татарҙар тип битәрләй.

Мин, Хәмитов – башҡорт телен үлтереүсе, тигән лозунгыға ҡаршымын. Башҡорт телен ошо көнгә еткереүсе бер ул ғына түгел. Ул да төньяҡ башҡорто. Ул быны документаль иҫбат итте. Бер документында башҡа милләт тип яҙылған өсөн генә ғәйеп итеп булмай. Эйе, ул үҙ һүҙен әйтә алмай. Ошо ваҡытта уның бер һүҙе етер ине лә... Беҙ ниндәй илдә йәшәгәнебеҙҙе лә онотмаһаҡ ине. Беҙҙең ултырып барған карап - Рәсәй дәүләте бар. Ошо карапта ултырғас, беҙ ошо карап закондарына буйһонорға бурыслыбыҙ. Был ислам динендә лә хәҙистәр менән нығытылған. Бая әйткәнемсә, бер ул ғына түгел, беҙ өлөшләтә барыбыҙ ҙа ғәйеплелер. Бөгөнгө көндә милли үҙаңдың аҫҡа тәгәрәүе - иң беренсе вайымһыҙлыҡ. Икенсеһе, әлбиттә, милли аҙсылыҡ. Был турала бая яҙа башлаған фекерҙе дауам итеү фарыз. Әгәр ҙә төньяҡ башҡорттарын да милли үҙаңына ҡайтара алһаҡ, беҙ милли аҙсылыҡтан сығабыҙ. Ул саҡта ҡолас киреп телебеҙ өсөн көрәшә алабыҙ. Тағы ла бер вайымһыҙлығыбыҙ - маңҡортлашыу! Балалар өйҙә башҡорт телендә тәрбиә алырға тейеш. Уның өсөн мөмкинселектәр тыйылмаған.

Беҙҙе әлегә ике туғандаш халыҡтың бер ерлектә йәшәүе компенсациялап килә. Беҙҙең телдәр, тарих, моңдар бер. Әммә ике милләтбеҙ!
Читайте нас