«Юшатыр» гәзите, минеңсә, Һеҙ уҡытыу-уҡытмауҙы бәхәскә сығарманығыҙ, башҡорт телен НИСЕК уҡытыуҙы тәнҡитләп яҙҙығыҙ. Грамота алған уҡытыусылар ҙа булғандыр, ғүмер буйы янып-көйөп эшләп тә бер маҡтау ишетмәгәндәре лә барҙыр. Уларҙы тикшереп ваҡыт әрәм итмәйек әле. Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалмайыҡ. Килеп сыҡҡан проблеманан сығыу юлын эҙләйек.
73% Башҡортостан уҡыусыһы (ата-әсә) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнергә ТЕЛӘК белдергән, ошо балаларҙы тырышып уҡытайыҡ! Икенсе йыл проценттар кәмемәһен, ә артһын! Уҡытыусыларға гәзит тә ярҙам итһен. Мәҫәлән, мин балалар ижадын гәзиттә күрмәйем, уҡыусылар фекерен дә (ошо бәхәскә ҡарата ) гәзиттә күрмәнем (Редакциянан: был һүҙҙәр «Бәйләнештә» төркөмөндәге «Юшатыр» гәзите төркөмөндә башҡорт теле уҡытыуға бәйле яҙмаға ҡарата яҙылған). «Юшатыр, мин матур!» конкурсын ҡарап барҙым, оҡшаны, ә ни өсөн бөгөнгө проблема менән бәйле «Юшатыр, мин башҡортса һөйләшәм!» йә «Мин «Юшатыр»ға яҙылдым, башҡортса уҡыйым, ә һин?», «Мин туған телемдә һәйләшәм, улым (ҡыҙым) да туған телендә һөйләшә, ейәнем (ейәнсәрем ) дә туған телен яҡшы белә! Ә һеҙҙә нисек?» кеүегерәк темалар күрмәйем? Бергә - бергә матур йәшәйек. Әйткәндәй, ошо яҙмамды уҡыусылар, һеҙгә өндәшәм: бай йөкмәткеле, иң уҡымлы гәзит ул - «Юшатыр»! Яҙыл! Уҡы! Гәзит-журналдарға яҙылыу башланды. Башҡортса гәзит, журналдарға яҙылырға онотма!
Редакциянан: Айгөл Гурьянованың ошондай матур, конкрет тәҡдимен ишетеп, ҡыуандыҡ. Тәҡдимең, йылы һүҙҙәрең өсөн ҙур рәхмәт, Айгөл!
Шулай итеп, ул әйткән барлыҡ тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, «Туған телемдә һөйләшәм» тип аталған яңы конкурс иғлан итмәксебеҙ. Беҙҙең был конкурсҡа башҡорт, татар, сыуаш, украин һәм башҡа туған телдәрендә һөйләшкән, үҙҙәренең тел байлығын балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өйрәткән һәр кем яҙа ала. Шулай уҡ үҙ туған теленән тыш башҡа телдәрҙә лә яҡшы аралашҡан яҡташтарыбыҙҙан хаттар көтөп ҡалабыҙ. Ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп булыр, тип ышанабыҙ. Ә беҙ инде бик тә шатланып еңеүселәрҙе бүләкләрбеҙ.
Бисмилла итеп, конкурсыбыҙҙы башлап та ебәрәбеҙ һәм түбәндә һеҙҙең иғтибарығыҙға тәүге хатты тәҡдим итмәксебеҙ.
Татьяна ИСКУЖИНА, Таймаҫ ауылы:
- Башҡорт телен яҡшы беләм, иркен аралашам һәм бер ҙә генә үкенгәнем юҡ. Үткән тормошомдо анализлап ҡарайым да, шуны әйтә алам: русса һөйләшкән ғаиләлә, башҡорт ауылында үҫтем, ә башҡорт телен тик мәктәптә генә өйрәнергә тура килде. Сөнки мәктәптә уҡытыу башҡорт телендә булды. Башҡорт телендә аралышыу мөхитендә йәшәнем. Кем мине белә, шул бының ысын икәнен һис шикһеҙ дәлилләр. Хәҙер башҡорт телен өйрәнеү ҡыйыныраҡ, сөнки балалар үҙ-ара русса һөйләшә. Мәктәптә лә дәрестәр рус телендә алып барыла. Башҡорт телен һәйбәтләп өйрәнер өсөн сәғәттәр аҙ бүленә. Башҡорт теле — ул беҙ тыуған, үҫкән һәм әле лә йәшәгән тыуған республикабыҙҙың, Тыуған илебеҙҙең теле. Әле яңыраҡ ҡына Рәшит Солтангәрәев, Таңсулпан Ғарипова, Динис Бүләков әҫәрҙәре менән таныштым. Улар миңә бик ныҡ оҡшаны, үҙемә ҙур бер асыш яһаным.