Яҡуп ауылында 1921 йылғы аслыҡ йылдарында вафат булған ауылдаштарыбыҙға иҫтәлек ҡуйыу тантанаһы булып уҙҙы. Уны ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы Миңлехан Хәйбулла улы Үлмәҫбаев ойошторҙо. «Был, моғайын, Аллаһ тәҡдиме булғандыр ул, ҡапыл ғына башҡа килде лә ҡуйҙы», -ти ул аптырап. Мәрмәр таҡтаташты ҡуйышырға байтаҡ ауылдаштар сыҡҡайны. Ауыл старостаһы Ҡорбанғәли ағай Сөләймәнов та бар. Ауылдаштарыбыҙ Алик Сиражетдинов, Рәсил Искәндәров, Әмир Ғайсин, Рәмил Йәйҡаров, Тәлғәт Мозафаровтар, ауылыбыҙ абыстайы, ағинәй, Зөбәржәт Туйгилдина булды. Беҙ ҙә барҙыҡ.
Был ҡәберлек ауылыбыҙ өсөн бер изге урын һанала. Ямғыр яумай башлаһа, ошо ергә килеп ҡәберлекте йыйыштырып, матурлап, доғалар уҡығандан һуң ямғыр яуа. Ауыл старостаһы Ҡорбанғәли ағай ҙа бала саҡтағы бер хикмәтле хәлде һөйләне. «Икенсе класта уҡыған мәл. Мәктәптә һөйәк йыйырға ҡуштылар. Беҙ ике ҡыҙ һәм ике малай ошо ергә килеп икешәр күнәк тултырып һөйәк йыҙыҡ. Ауыл ул ваҡытта был яҡҡа уҡ һуҙылмағайны әле. Ауыл осонан ингән генә инек ауылда дауыл ҡупты. Тынырлыҡ түгел. Беҙ уға иғтибар ҙа итмәй мәктәп яғына йүгерҙек. Ул саҡта мәктәп әлеге яңы мәктәпкә ҡаршы ерҙә ине. Ванюркиндар тапҡырына еткәйнек, урамда ултырған инәйҙәр: «Нимә йыйҙығыҙ?», - тип һорау бирҙеләр. Беҙ алып барып күрһәттек. Мин иң өҫкә кеше башы ла һалып алған инем. Улар: «Тиҙ генә кире алып барып һалығыҙ, күрҙегеҙме тәбиғәт асыулана, тип беҙҙе кире борҙолар. Беҙ кире килтереп, ул ваҡытта бына соҡор бар ине әле, шунда кире ауҙарҙыҡ. Шул ваҡыт дауыл да тынды».
Был ғибрәтле хикәйәт барыбыҙҙы ла тәрән уйға һалды. «Әле кешелек белеп бөтмәгән серҙәр күп икән», - тип ҡуйҙы бер ауылдашыбыҙ. Таҡтаташ ҡуйғандан һуң ауылдаштарыбыҙ рухына Ермолаево ауылы имам-хатибы, ауылдашыбыҙ Азат Хәлилов тарафынан Ясин сүрәһе уҡылды, уны доға итеп бағышланыҡ. Улар исеменән хәйер-саҙаҡалар таратылды.