Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2017, 15:28

КИНО КӨТӘБЕҘ

«Юшатыр, мин матур» конкурсында Гран-при яулаусы Гүзәлиә Шәриповаға «ТНТ», «Пятница» каналдарында эфир бүләк ителгәйне. Фильм төшөрөлөп бөткән.

«Юшатыр, мин матур» конкурсында Гран-при яулаусы Гүзәлиә Шәриповаға «ТНТ», «Пятница» каналдарында эфир бүләк ителгәйне. Фильм төшөрөлөп бөткән. Уны Күмертау ҡалаһы, Яманһары ауылдарында төшөргәндәр. Әле фильмды монтажлау, тауыш ҡушыу бара. Тиҙҙән Гүзәлиә хаҡында ун биш минутлыҡ киноны телевизорҙа ҡарай алырбыҙ. Голливудҡа ебәрмәһәк тә, беҙҙең өсөн «Оскар»ға торошло фильм булыр ул, тип түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Әлегә һеҙҙе кино төшөрөү барышындағы фотолар менән таныштыра торабыҙ.
Читайте нас