Аҙнаның шишәмбе көнөндә ауылдың мәҙәниәт йортонда Вениамин Георгиевичҡа арналған мемориаль таҡтаны асыу тантанаһы уҙғарылды. Күп кенә кеше ҡатнашҡан сараға Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановсий, район советы депутаты Рәүеф Намаҙғолов килде. Уларҙың һәм әҙәби-музыкаль композицияла ҡатнашыусыларҙың сығышында яҡташ геройҙың тормош һәм хәрби юлы тураһында бай мәғлүмәт бирелде. В. Недошивинға арналған таҡтаташҡа ауылдаштарының сәскәләр гөлләмәһе һалыуы бөтәһе өсөн дә тулҡынландырғыс минуттар булғандыр. Артабан ойоштороу, үткәреү хаҡында фекер алышты, башҡарыласаҡ эш төрҙәре барланды.