Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2018, 13:24

АСЫЛДЫ

Үткән йомала Бахмут ауылында күп функциялы ғаилә үҙәге асылды. Бахмуттарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов менән бергә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина килде.

Үткән йомала Бахмут ауылында күп функциялы ғаилә үҙәге асылды. Бахмуттарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов менән бергә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина килде.


Ҡунаҡтар тантаналы рәүештә ҡыҙыл таҫманы киҫкәс, яңыртылған мәҙәни усаҡты ҡарап сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 1986 йылда уҡ төҙөлгән Бахмут ауылы мәҙәниәт йортонда өс программа буйынса ремонт эштәре башҡарылды. Уларға «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы буйынса 130 мең һум, «Йәнтөйәгемдең мәҙәниәте» программаһы буйынса 3 млн. 600 мең һум бүленде. Шулай уҡ бахмуттар конкурста ҡатнашып, 827 мең һум аҡса яулап алғайны. Ошо аҡсаларҙың барыһы ремонт эштәренә һәм кәрәкле ҡорамалдар алыу өсөн китте. Ремонттан һуң заманса төҫ алған мәҙәни усаҡты танырлыҡ түгел. Бында ғаилә менән ял итер өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.

«Бахмут — ул төрлө милләт халҡы берҙәм, татыу йәшәгән ауыл. Ғаилә йылы тамамланған ваҡытта шундай үҙәк асылыу өсөн мин бик шатмын. Был күренеш ауылдың артабан да йәшәйәсәге хаҡында һөйләй», - тине сығышында район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов һәм шундай ҙур эш башҡарыусыларҙы тәбрикләп үтте, Бахмут ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Константин Логиновҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова ла оло рәхмәттәрен белдерҙе һәм Әхәт Йәүҙәт улына, Артем Дьяченкоға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Байрам концерты менән аралашып барған тантаналы сарала маҡтау, рәхмәт һүҙҙәре бик күп яңғыраны. Шундай йәмле мәҙәниәт йортонан артабан да кеше аяғы өҙөлмәҫ, йәше-ҡарты бала-сағалары менән бында һәр ваҡыт геү килеп күңел асыр, рәхәтләнеп ял итер, тип ышанабыҙ.
Читайте нас