20 июндә, сәғәт теүәл 12-лә бар ил телевизорға текәләсәк, радио тауышын шәбәйтәсәк- Путин халыҡ менән һөйләшә. Ил граждандарын нимә борсой, президенттың ошо хаҡта, бер ниндәй посредникһыҙ туранан-тура белгеһе килә. Әлбиттә, бер нисә сәғәт эсендә генә бар һорау биргәндәргә яуап бирелмәйсәк, шулай ҙа өмөтһөҙ -шайтан тиҙәр, минең дә проблемамды хәл итмәҫме тип өмөтләнгәндәр барыбер яҙа, шылтырата. Ваҡ ҡына тойолған бәләне лә ҡай саҡ бары тик ил башлығы хәл итергә тейеш илдә йәшәйбеҙ.
Беҙҙең район-ҡала кешеләренән һорау булырмы икән? Берәйһе берәй нәмә тип яҙып ебәрҙеме, әллә барыбер бер ни үҙгәрмәй тип, ышанмағандар йәшәйме йәки беҙҙә ил башлығы ғына хәл итә торған проблема юҡтыр, урындағы власть барыһының да эшен ошонда уҡ бөтөрә лә ҡуялыр.
Шулай ҙа, кәрәк булһа, Путинға шылтырата торған һандарҙы бирәбеҙ (шылтыратыу бушлай), тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8-800-200-40-40 ь SMS, MMS-ты ошо номерға ебәрергә кәрәк: 0-40-40. Быларынан тыш социаль селтәрҙәрҙә лә һорау биреп була.