Үткән шишәмбе көнө “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.
БР Башлығының Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата районыбыҙ хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың фекере.
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә кешелеклек ҡыҙыл һыҙыҡ булып ярылып ята. Ошо мөһим сараға йәмәғәт эшмәкәрҙәрен ябай хеҙмәт кешеләрен, ауыл хужалығы эшселәрен, сәнәғәт алдынғыларын, уҡытыусыларҙы, врачтарҙы, спортсыларҙы, эшҡыуарҙарҙы саҡырыу ҙа матур йолаға әйләнде.
Мөрәжәғәтнамәнең бер төптән булып эшләргә ынтылыусы берҙәм команда ағзалары менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү формаһында ҡоролоуы ла шатландыра. Былтыр октябрь айында республикаға етәксе булып ҡайтҡанда Радий Фәрит улы беҙ бер команда булып эшләргә тейешбеҙ, тип белдергәйне. Әле килеп уның һүҙҙәре ысынлап та тормошҡа ашырылып бара.
Быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә яңы формалар ҙа ҡулланылды. Шуларҙың береһе, әлбиттә, ғаиләгә, атай-әсәйҙәрҙең бурыстарына, балалар тәрбиәләүгә ҡағылышлы видеороликтың күрһәтелеүе. Сарала ҡатнашыусыларҙы был видеоһүрәтләмә уйланырға мәжбүр иткәндер, моғайын.
Шулай уҡ Башҡортостан Республкаһы Башлығының ҡатмарлы мәсьәләләрҙе урап үтмҫәкә, ә урында хәл итергә тырышыуын да билдәләп үтер инем. Радий Фәрит улы йәмәғәтселекте күптән борсоған Ҡуштау проблемаһына ла үҙенең асыҡ фекерен белдерҙе. Республикабыҙ менән көслө лидер етәкселек иткәндә, беҙгә, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына эшләүе күпкә еңелерәк, - тине Юлай Талха улы.
БР Башлығы Мөрәжәғәтнамәһе тураһындағы материалдырҙы гәзиттең 2-се битендә уҡығыҙ.