Республиканың Тәфтиш комитеты етәксеһе Д. Чернятьев төбәктә уртаса ришүәттең күләме 170 мең һумға тиң булыуы хаҡында белдергән.
Быйыл күҙәтеү ведомствоһы коррупцияға ҡаршы көрәш ҡануниәтен боҙоуҙың 2,5 мең осрағын асыҡлаған, тип хәбәр итә республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
1,2 меңдән ашыу вазифалы кеше дисциплинар тәртипкә тарттырылған, шул иҫәптән ышанысты юғалтҡан өсөн 16 хеҙмәткәр эшенән бушатылған, 111 кеше административ яуаплылыҡ тотҡан.