Ольга Алексеева, район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы:
- Битлек режимын һаҡлау, ысынлап та, онотолдо. Беҙ барып, күреп әйтһәк кенә ниҙер эшләгән һымаҡтар. Магазиндағы һатыусылар ҙа, халыҡ та тыңлап бармай. Киреһенсә, үҙебеҙҙе әрләп китә алалар – һеҙ беҙҙең һатып алыусы хоҡуғын боҙаһығыҙ. Кешене тыңлатыуы бик ауыр. Һатыусыға, мәҫәлән, тәртип боҙаһың тип әйтһәң, ә мин битлек-бирсәткә өсөн яуап бирмәйем ти. Ермолаевола бар ҡағиҙәләрҙе үтәгән бер-ике магазин ғына бар. Законды боҙғандарға протокол төҙөйбөҙ, Роспортебнадзорға мөрәжәғәт итһәң, улар беҙҙең эш түгел тип яуап бирә. Хакимиәттең административ комиссияһы элек штраф һала ала ине, хәҙер был функцияһын тартып алғандар, полицияның да кемгәлер барып штраф һалып йөрөргә теләге юҡ.