...Совет ҡоролошоноң аҙаҡҡы йылдары. Идеология әле ҡағыҙҙа бар, тик азат елдәр танауҙы ҡытыҡлай башлағайны инде. Клубҡа ошоңарсы ата-бабаның төшөнә лә инмәгән кинофильмдар килтерә башланылар – «Новые Амазонки”, “Боны и Покой”, “Маленькая Вера”... Беҙ, унар йәш самаһы булһа ла, донъяны апаруҡ күргән малайҙар, енестәрҙең айырмаһын да ярайһы ғына беләбеҙ, бер ағай ҡаланан шәрә ҡыҙҙар төшөрөлгән кәрт колодаһы алып ҡайтты, уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, туҙҙырып, сепрәккә әйләндереп бөттөк. Нимәнелер тыйған һайын уны нығыраҡ күрге килә, ағайға ялбарабыҙ: Күмертауҙан тағы берәй ҡыҙыҡ нәмә алып ҡайт әле. Кәрте –кәрт, бына экрандан күрһәң, бөтөнләй икенсе, тик киномеханик тәндең яланғас ере саҡ ҡына күренгәнерәк кино булһа, беҙҙе керетмәй йонсота. Афишаға (уны ауылдың өс еренә элә) алдан уҡ яҙып ҡуя «До 16”. Былайтып тыйғас, беҙҙең, бала-сағаның, был фильмға эләгеү теләге оторо көсәйә, ишек аша кереп булмаһа ни, тәҙрә аша ҡарайбыҙ. Клубтың тәҙрәләре бейек, стенаһына таҡта һөйәп менеп баҫабыҙ: ҡасан күрһәтерҙәр икән яланғас тәнде? Тик былайтып оҙаҡ баҫып тороп булмай, клуб стенаһының тотоноп торор ере лә юҡ, аяҡтар тала, кире төшөп бер аҙ хәл йыйғас, йәнә менеп китәбеҙ. Ҡай саҡ тыйылғандың ҡайһылыр өлөшөн күреү бәхете эләгеп тә ҡуя. Саҡ ҡына үҫә төшкәс, кино күрһәткән бабай клубҡа, тыйылған фильмдарға, индерә башланы – аҡса кәрәккәндер, план бар, былар үҫте, ҡайһы бер нәмәләрҙе күрһәтергә лә була тинеме. Тик уныһында ла, улай-былай ҡытый-мытыйлы ере башланһа, экранға барған яҡтылыҡ тишеген ҡулы менән ҡаплай ҙа ҡуя, экранда усының ҙур шәүләһе барлыҡҡа килә, олораҡ ағайҙар һыҙғырыша башлай: ал ҡулыңды, нимә эшләйһең? Киномеханик бабай был тауыштарға иғтибар итмәй, ҡулы, ҡурҡыныс эпизод бөткәс кенә, алына.