Фотоларҙа: Яҡуп ауылының, көтөүсе яллағас, аттары хәҙер ҡараулы.
Икенсе фотолағы быҙауҙы кем таный, шуға бүләк бирәбеҙ тип, интернетҡа ҡуйғаныҡ. Төрлө фараздар булды: кемдер Яҡуп тине, Яҡуптың аръяғы тине, кемдер Мораптал бит ул, был быҙауҙы көн һайын күрәм тине. Кемеһелер Яҡшымбәт быҙауы ул, тип таныны мәхлүкте. Яманһары быҙауына ла оҡшаттылар. Ҡыҙғанысҡа, малҡайҙың ҡайһы ауылдан икәнен береһе лә дөрөҫ әйтә алманы. Дөрөҫ яуап: фотолағы быҙау Павловка ауылында донъя гиҙеп йөрөй.