Әйткәндәй, тиҙҙән Күмертау-Бахмут-Кинйәбай маршруты буйынса ла автобус йөрөй башлаясаҡ. 8 июлдә был маршрутҡа конкурс иғлан ителгән. Август айҙарынан башлап был ауылдарҙа йәшәгәндәр конкурсты отҡан ойошманың автобусына ултырып ҡалаға, район үҙәгенә бара аласаҡ, тимәк. Юҡһа, Бахмут ауылында йәшәүселәр сход һайын такси саҡыртабыҙ, аҡса еткереп булмай, тип зарланалар ине. Горный Ключҡа автобус керәсәкме? Юҡ.