Алтын туйҙарын билдәләү (22 май) карантин осорона тура килгәс, Аҡһарыла йәшәгән Булат һәм Сания Ҡолмөхәмәтовтар ғаиләһе тантананы яҡшы ваҡытҡа тиклем ҡалдырып тора. Сабыр иткән – моратына еткән, ти халыҡ әйтеме. Һәм ниһайәт, ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, тормоштарының матур байрамы менән ҡотлап ауыл хакимиәте эштәр идарасыһы Венера Хисикова, белгес Әлфиә Ғәлиевалар Булат Ғайса улы менән Сания Ғәйнийән ҡыҙына бүләктәр тапшыра.