Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2020, 10:07

Ҡорбан ғəйете мөбəрəк булһын!

Көйөргəҙе районының хөрмəтле мосолмандары!Һеҙҙе ысын күңелдəн, мосолмандар өсөн мөһим булған, Ҡорбан байрамы менəн тəбриклəйем. Был байрам яҡындарыңа ҡарата шəфҡəтлелекте, хəстəрлек һəм һөйөүҙе сағылдырыусы изге көн.Беҙҙең район мосолмандары Ислам диненең ҡиммəттəрен тергеҙеүҙə, йəмғиəтебеҙҙең əхлəҡ нигеҙҙəрен нығытыуға ҙур көс һала. Башҡа конфессия вəкилдəре менəн бер тигеҙ социаль йүнəлештəге хеҙмəте, рухи яңырыуҙағы эшмəкəрлеге менəн əхлəҡлелекте, берҙəмлелекте, тыныслыҡ һəм именлекте тəьмин итеүселəр улар.Ҡорбан ғəйете һəр ҡайһыбыҙға ла ҡыуаныстар, именлек, изгелектəр генə алып килһен.Барығыҙға ла ныҡлы сəлəмəтлек, бəхет-шат-лыҡтар, бəрəкəт һəм уңыштар телəйем!Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,Көйөргəҙе районы муниципаль район хакимиəте башлығы.***Күмертау ҡалаһының хөрмəтле мосолмандары!Ҡорбан байрамы менəн ихлас күңелдəн ҡотлайым!Быуаттар дауамында был көн ғəҙеллек, мəрхəмəтлек һəм үҙ-ара татыулыҡ, күңел тыныслығына ирешеү ваҡыты булып тора. Изге байрам ололарҙы хөрмəтлəргə, мохтаждарға ярҙам итергə, яҡындарың тураһында хəстəрлек күрергə, балаларҙы изгелекле һəм тəүфиҡлы итеп тəрбиəлəргə өйрəтə.Ҡорбан ғəйете ҡалабыҙ мəнфəғəтендə яңы үрҙəргə ынтылышта көс-дəрт, барлыҡ эштəрҙə уңыштар алып килһен, һəр кемдең йөрəген шатлыҡ, гармония хисе менəн тултырһын. Барығыҙға ла һаулыҡ, ғаилə именлеге, бəхет телəйем!О.Ю. ФРОЛОВ,Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиəте башлығы***Хөрмəтле мосолман ҡəрҙəштəр! Əссəлəмүғəлəйкүм үə рəхмəтуллаһи үə бəрəкəтүһү.Һеҙҙе изге байрам - Ҡорбан ғəйете менəн тəбриклəйем. Нимə ул Ҡорбан? Башҡортсаға тəржемə итһəк, яҡынайыу тигəн мəғəнə бирə. Ҡорбан салып беҙ Аллаһ тəғəлəғə яҡынаябыҙ. Салынған ҡорбаныбыҙҙың ите лə, ҡаны ла Уға хəжəт түгел. Уға беҙҙең тəҡүəлегебеҙ, йөрəгебеҙҙең таҙалығы һəм нəфсебеҙҙəн тыйлып, ниəтлəгəн ниəтебеҙ кəрəк.Хөрмəтле дин ҡəрҙəштəрем. Мөмкинселегебеҙ булғандар ҡорбан салып, туғандарыбыҙҙы, фəҡирҙəрҙе шатландырайыҡ.Азат хəҙрəт ХƏЛИЛОВ,Көйөргəҙе районы һəм Күмертау ҡалаһы имам мөхтəсибе.***Ҡəҙерле мосолман туғандар!Яҡты һəм нурлы, мөбəрəк Ҡорбан ғəйете менəн ҡотлайым! Барығыҙға ла Алла Тəғəлəнең киң рəхмəте һəм ҡөҙрəте яҙһын, изге ниəттəрегеҙ тормошҡа ашһын, яҡындарығыҙға ҡарата миһырбанлы, инсафлы, саф күңелле һəм яҡты йөҙлө булығыҙ. Табындарығыҙ мул, бəрəкəттəрегеҙ киң булһын.Оло байрам менəн ҡотлап, дин ҡəрҙəштəргə именлек, татыулыҡ, күңел тыныслыҡтары телəйем. Килəһе байрамдарҙы сəлəмəтлек, ҡыуаныстар менəн ҡаршыларға яҙһын.Салауат БАЙМӨХƏМƏТОВ,Күмертау ҡалаһы мөхтəсибе

Көйөргəҙе районының хөрмəтле мосолмандары!
Һеҙҙе ысын күңелдəн, мосолмандар өсөн мөһим булған, Ҡорбан байрамы менəн тəбриклəйем. Был байрам яҡындарыңа ҡарата шəфҡəтлелекте, хəстəрлек һəм һөйөүҙе сағылдырыусы изге көн.
Беҙҙең район мосолмандары Ислам диненең ҡиммəттəрен тергеҙеүҙə, йəмғиəтебеҙҙең əхлəҡ нигеҙҙəрен нығытыуға ҙур көс һала. Башҡа конфессия вəкилдəре менəн бер тигеҙ социаль йүнəлештəге хеҙмəте, рухи яңырыуҙағы эшмəкəрлеге менəн əхлəҡлелекте, берҙəмлелекте, тыныслыҡ һəм именлекте тəьмин итеүселəр улар.
Ҡорбан ғəйете һəр ҡайһыбыҙға ла ҡыуаныстар, именлек, изгелектəр генə алып килһен.
Барығыҙға ла ныҡлы сəлəмəтлек, бəхет-шатлыҡтар, бəрəкəт һəм уңыштар телəйем!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргəҙе районы муниципаль район хакимиəте башлығы.
***
Күмертау ҡалаһының хөрмəтле мосолмандары!
Ҡорбан байрамы менəн ихлас күңелдəн ҡотлайым!
Быуаттар дауамында был көн ғəҙеллек, мəрхəмəтлек һəм үҙ-ара татыулыҡ, күңел тыныслығына ирешеү ваҡыты булып тора. Изге байрам ололарҙы хөрмəтлəргə, мохтаждарға ярҙам итергə, яҡындарың тураһында хəстəрлек күрергə, балаларҙы изгелекле һəм тəүфиҡлы итеп тəрбиəлəргə өйрəтə.
Ҡорбан ғəйете ҡалабыҙ мəнфəғəтендə яңы үрҙəргə ынтылышта көс-дəрт, барлыҡ эштəрҙə уңыштар алып килһен, һəр кемдең йөрəген шатлыҡ, гармония хисе менəн тултырһын. Барығыҙға ла һаулыҡ, ғаилə именлеге, бəхет телəйем!
О.Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиəте башлығы
***
Хөрмəтле мосолман ҡəрҙəштəр! Əссəлəмүғəлəйкүм үə рəхмəтуллаһи үə бəрəкəтүһү.
Һеҙҙе изге байрам - Ҡорбан ғəйете менəн тəбриклəйем. Нимə ул Ҡорбан? Башҡортсаға тəржемə итһəк, яҡынайыу тигəн мəғəнə бирə. Ҡорбан салып беҙ Аллаһ тəғəлəғə яҡынаябыҙ. Салынған ҡорбаныбыҙҙың ите лə, ҡаны ла Уға хəжəт түгел. Уға беҙҙең тəҡүəлегебеҙ, йөрəгебеҙҙең таҙалығы һəм нəфсебеҙҙəн тыйлып, ниəтлəгəн ниəтебеҙ кəрəк.
Хөрмəтле дин ҡəрҙəштəрем. Мөмкинселегебеҙ булғандар ҡорбан салып, туғандарыбыҙҙы, фəҡирҙəрҙе шатландырайыҡ.
Азат хəҙрəт ХƏЛИЛОВ,
Көйөргəҙе районы һəм Күмертау ҡалаһы имам мөхтəсибе.
***
Ҡəҙерле мосолман туғандар!
Яҡты һəм нурлы, мөбəрəк Ҡорбан ғəйете менəн ҡотлайым! Барығыҙға ла Алла Тəғəлəнең киң рəхмəте һəм ҡөҙрəте яҙһын, изге ниəттəрегеҙ тормошҡа ашһын, яҡындарығыҙға ҡарата миһырбанлы, инсафлы, саф күңелле һəм яҡты йөҙлө булығыҙ. Табындарығыҙ мул, бəрəкəттəрегеҙ киң булһын.
Оло байрам менəн ҡотлап, дин ҡəрҙəштəргə именлек, татыулыҡ, күңел тыныслыҡтары телəйем. Килəһе байрамдарҙы сəлəмəтлек, ҡыуаныстар менəн ҡаршыларға яҙһын.
Салауат БАЙМӨХƏМƏТОВ,
Күмертау ҡалаһы мөхтəсибе
Читайте нас