Икеһе лə Яҡшымбəт ауылында, Йəғфəр – механизатор, ə Мөнирə кассир булып эш юлдарын башлайҙар. Йəғфəр 45 йыл механизаторлыҡта эшлəү осоронда республиканың маҡтау грамоталарын, ҡиммəтле бүлəктəр ала. Мөнирə хаҡлы ялға сыҡҡансы бухгалтер булып эшлəй. Сынбулатовтар өс балаға ғүмер биреп, тəрбиəлəп үҫтерə. Уларға юғары белем алыуҙа ярҙам итеп, һəр береһен аяҡҡа баҫтыралар.