- Бөгөнгө көнгə ауылыбыҙҙа 250-нəн күберəк кеше йəшəй, 300-гə тулмайбыҙ. Тырышып эшлəүсе халыҡ барҙа, ауыл йəшəй əле. Шулай ҙа йəштəр ауылда ҡалырға тырышмай. Ауылда ла етеш итеп йəшəргə була, тик уның өсөн мал тоторға, елкə кəрəк бит. Ə башҡа яҡлап, бар уңайлыҡтар ҙа бар: газы ла, һыуы ла, свите лə. Ауылға интернет ҡына һаман килеп етə алмай. Йəштəр интернетһыҙ яфалана. Йөрөп, һорашып ҡараным, Октябрьскийҙан да сымдар һуҙабыҙ тинелəр. “Натуральный капитализм” бөтə нəмəгə тик аҡса ла аҡса, “не выгодно” ти ҙə ҡуялар. Рейслы автобустар ҙа йөрөмəй. Ə иң оло бəлə – күпер юҡлығы, мин бəлəкəйҙəн был проблема ҡала килə.