Ауыр һуғыш йылдарында Мəрйəм инəй эшен дə, нужаһын да күреп үҫкəн. Мəктəптə уҡып сыҡҡас, əсəһенə ярҙам булһын тип, 17 генə йəшенəн ул фермаға һауынсы булып эшкə сыға. Хеҙмəт кенəгəһендə лə уның һауынсы тигəн бер генə яҙыу тора. Шуғалыр ҙа, үҙен һаман фермала эшлəгəндəй хис итеп, һауынға һуңлайым тип хафаланып, төшөндə эшен йыш күрə ул. «1967 йылға тиклем һауынсының эше – ҡул эше була. Көнөнə ике түгел, хатта 3 тапҡыр һауынға барып етергə кəрəк. Заманалары шулай булды инде, балам, сөгөлдөр баҫыуында эшлəнек, уны сəсеп, йыйыуыҙар, бесəн, силос ташыуҙар. Хатта туҙанға, бысранышҡан һыйырҙарҙы йыуындырып, таҙартып ҡуя инек. 67-се йылдарҙа эш еңелəйеп ҡалды, һыйыр һауыу аппараттары колхозсы һауынсыларға ярҙамға килде», - тип хəтерлəй Мəрйəм Миңлеғəли ҡыҙы.