Ҡәҙерле дуҫтар! Уҡыусылар һәм студенттар, уҡытыусылар һәм атай-әсәйҙәр! Һеҙҙе көҙҙөң беренсе байрамы – Белем көнө менән ҡотлайым!
Белем алыу – кеше тормошонда ҡыҙыҡлы һәм яуаплы булған осор: эҙләнеүҙәр һәм асыштар, яңы башланғыстар, шулай уҡ, ҙур эштәр башҡарыу ваҡыты. Шуның өсөн яңы уҡыу йылында, белем алыусы балаларға маҡсаттарға ирешеүҙә ныҡышмалыҡ, сәләмәтлек, уҡыуҙа тырышлыҡ һәм уңыштар!
Айырыуса, белем юлына тәүгә баҫыусы, беренсе класҡа барыусы уҡыусыларҙы ҡотлайым! Улар бөгөн көн геройҙары – уларға тип беренсе мәктәп ҡыңғырауы яңғырай, уларҙың яңы, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс мәктәп тормошо башлана. Белем алыу йылдары улар өсөн бәхетле ваҡыт булһын. Ата-әсәләргә аңлау һәм түҙемлек, үҙ балалары өсөн ғорурлыҡ татыуҙы, ә беҙҙең һоҡланғыс педагогтарға, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф һәм именлек теләйем.
Бәлки, был уҡыу йылы үткән уҡыу йылы аҙағы кеүек дистанцион белем алыу менән башҡа йылдарҙан айырылып торор. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, яңылыҡтарҙы ҡабул итеп, маҡсаттарға, яңы белемдәргә үрләүегеҙҙе теләйем. Яңы уҡыу йылы һәр берегеҙ өсөн ҡыҙыҡлы, онотолмаҫ һәм бәхетле булһын! Ҡыйыу уй-хыялдар тормошҡа ашһын! Хәйерле сәғәттә!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығы