Шиғырҙы бөтөнләй өнәмәйем түгел, үҙем дә, кемгәлер үлә яҙып ғашиҡ булғанда йәки ныҡ ҡайғыға батҡанда шиғыр яҙған бар - мин дә әҙәм балаһы – шиғырҙар, үҙемсә, арыу ғына килеп сыға ла һымаҡ ине, хыял тоҡанып китә, күҙ алдына ҡалын-ҡалын китаптар килеп баҫа, тышында ҙур итеп исемем яҙылған, «Шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы. 1-се том”. Хәтәр. Һәр кем йәш саҡта ҙур шағир, яҙыусы булырға теләйҙер, шиғыр яҙыу ҙа пүстәк тойола, рифма булһа, аҙыраҡ ритмы ла булһа – етте. Торараҡ, билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын (оҡшағандарын) уҡый торғас ҡына аңлайһың: шағир булыу өсөн был ғына етмәй икән дә. Институтта уҡығанда ла шиғыр формалары, хорей, ямб, анапест, амфибрахий, дактиль тигән размерҙары ла була икәнен өйрәтә башлағайнылар күңел төштө, шиғырығыҙҙы үҙегеҙ яҙығыҙ.
Шиғыр тигәнде бик өнәп етмәһәм дә, Тамара Ғәниеваның шиғриәтен уҡый алам. Мәктәптәге кеүек көсләп уҡымайым, йән тартҡанға уҡыйым. Күңелдең шундай сағы тура килә, шағирә, ҡатын-ҡыҙ булһа ла, әйтерһең, тап минең турала яҙған.
Аҡ сирендәр ергә сәскә ҡоя,
Өйөрөлә ап-аҡ өйөрмә,
Мин яратам һине, һин ишетмә,
Мин яратам һине, һин белмә.
Кемгәлер күҙ төшһә, мин дә, мөхәббәте белдерә алмай яфаланып, иҫәр ҡиәфәтендә йөрөйөм. Ҡатын-ҡыҙ поэзияһы, ә миңә лә – ир-атҡа ла – ҡалай килешеп тора.