Хөрмәтле уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәғариф хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ысын йөрәктән ҡотлайым! Был тантаналы ла, тулҡынландырғыс та көндә яңы асыштарға, яңы башланғыстарға, киләсәккә юлдар асыла.
Был көн – барыбыҙ өсөн дә уртаҡ байрам. Сөнки һәр ҡайһыбыҙ танып белеү шатлығы, хыялдар менән тулы мәктәп йылдары тормошон иҫебеҙҙә һаҡлайбыҙ. Уҡыу йылының асыш һәм ҡаҙаныштарға бай булыуын теләйем. Ҡәҙерле белем алыусылар, педагогтар һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, мауыҡтырғыс белем донъяһындағы сәйәхәттә яңынан-яңы уңыштар, ата-әсәләргә һаулыҡ, түҙемлелек, балаларығыҙ өсөн ғорурлыҡ хистәрен йышыраҡ кисереүҙе теләйем.
О.Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы