Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 11:09

Бөгөн Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләкләшлек көнө билдәләнә

Был Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында бынан 15 йыл элек-2004 йылдың 1-3 сентябрендә булған ҡот осҡос хәлгә бәйле.Яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһынан һуң,террорсылар 1128 тотҡондо мина һалынған бинанан сығармай.

Уларҙың күбеһе балалар була.Ата-әсәләр,уҡытыусылар аманатлыҡҡа алынып,ике көн буйына ауыр шарттарҙа-үлем менән йәшәү араһында була.Махсус операция һөҙөмтәһендә әсирҙәрҙең күбеһе азат ителә,әммә 314 кеше ҡорбан була,уларҙың 186-һы-балалар.
2005 йылдан алып Бесландағы ҡорбандарҙы хәтерләү көнө, 3 сентябрь - ТЕРРОРИЗМҒА ҠАРШЫ КӨРӘШТӘ ТЕЛӘКТӘШЛЕК КӨНӨ тип билдәләнә.
Бөтә планетала ТЫНЫСЛЫҠ булһын!
Читайте нас