Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 12:31

Бәндәнән ҡурҡмаһағыҙ, Алланан ҡурҡығыҙ

Һаумыһығыҙ, юшатырҙар. Аптырап-алйып йөрөнөм дә, һеҙгә яҙырға булдым, бәлки, ғәйепле кеше үҙен уҡып оялыр, оялмаһа (ундай кешенең ояты бар икәненә ишкләнәм), башҡалар ғибрәт алыр. Белем көнөндә олатайым Якшымбэт ауылында Бикмаев Фәрит Закир улы вафат булып китте. Ҡәҙерле кешебеҙҙе матурлап тәрбиәләп ерләнек. Халыҡ ныҡ күп булды, беҙ быға ҡыуандыҡ, олатайымды ихтирам итеп килгәндәренә рәхмәттәр уҡыныҡ.

Йола буйынса, бер аҙна самаһы үткәс, туғаныбыҙҙың етеһен уҡытырға булдыҡ - кеше үлһә, мәшәҡәттәре күп, ығы-зығы, ҡайғы, баш буталсыҡ ваҡыт- әсәйем, ит бүлергә йәтеш булһын тип, ҡыйбатлы секатор алып ҡайтҡайны. Етеһен уҡытырға килгән ауылдаштарҙы һыйларға ит күп кәрәк, теге секаторҙы өйҙө бер итеп эҙләйбеҙ – тапмайбыҙ. Бәләкәй генә йорттоң бер мөйөшөндә ята ине, ти әсәйем, ҡутармаған ер ҡалманы –юҡ был. Соланда ла эҙләнек, атаҡ, соланда эленеп торған һарымһаҡтарыбыҙ ҙа юҡ.
Ғибрәтле хат тулы килеш иртәгә гәзиттә сыға.
Читайте нас