Юшатыр
-6 °С
Болотло
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 20:02
Еңеүсегә 1 миллион һум! Ә беҙҙекеләр ҡайҙа?
12 сентябрҙә «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостан Республикаһы Башлығы призына «Терра Башкирия» ат турнирының финалы үтәсәк. Еңеүсене республика башлығы исеменән тапшырылған бер миллион һумлыҡ бүләк көтә. Финалға юл 12 этаптан тора, сара 2020 йылдың мартында башланды.1 миллион һум күләмендәге төп приз өсөн республиканың 12 районы - Ишембай, Нуриман, Иглин, Стәрлетамаҡ, Дыуан, Ғафури, Әбйәлил, Шишмә, Күгәрсен, Дүртөйлө, Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондары дәғүә итә.
«Терра Башкирия» ат-спорт турниры 54 район араһында 2019 йылдан үткәрелә. Республика райондарында йылҡысылыҡты үҫтереү, ат спортын популярлаштырыу һәм бәйгеләргә тамашасылар иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла.
12 сентябрҙә барығыҙҙы ла турнирҙа көтәбеҙ! Яҡташтарығыҙҙы (әгәр ҙә улар бында булһа) сәләмләгеҙ, ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләгеҙ! Һеҙҙең килеүегеҙ бәйгеселәргә дәрт өҫтәр!
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"