Юшатыр
+1 °С
Ҡар
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 11:39
БАЙРАМ МЕНӘН!
Эй, егеттәр, ҡыҙҙар! Ҡандай ихлас Бейенегеҙ башҡорт бейеүен. Һәр ҡайһығыҙ иҫбатланы булды Үҙ халҡына булған һөйөүен. Һәр хәлдә, мин шулай теләнем. Юҡһа, тотоп башҡорт ҡурайҙарын, Ябынышып башҡорт еләнен, Сәстәренә толом ҡушып үреп, Сәхнә биләүҙәрен беләмен.
Кейемдәрҙе кейеү генәме ни,
Башҡорт, тиеп, яҙып паспортын…
Аҡ йорттарҙан тороп аҙмы түрә
Башына етте аҙмы башҡорттоң.
Ә бына һеҙ!..
Сәхнәлә һеҙ, кәмендә - Салауат,
Ҡыҙҙарығыҙ, хас та - Әминә.
Салауаттың анау ыҙалары,
Ә башҡорттоң күргән нужалары
Таныш ҡайһығыҙҙың тәненә,
Таныш ҡайһығыҙҙың йәненә?!
Һеҙ ҙә алдаһағыҙ... – Йәнем сатнар
Телен белмәй үҫер ейәнемдәй,
Илен белмәй үҫкән улымдай.
Эй, башҡортлоҡ! - Сәхнәләрҙән төшкәс,
Сисеп ырғытылған еләнеңдәй,
Һүтеп ырғытылған толомдай...
Р. Түләк
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"