-2 °С
Болотло
«Төйлөгән районында 19 уҡыу йорто, ун дүрте урта дөйөм белем биреү учреждение статусында. Беҙҙең мәктәп шуларҙың береһе. Ауылыбыҙҙа мәҙрәсә барлыҡҡа килгәндән алып, башҡорт телен уҡытыу туҡтамай. Уҡыусыларыбыҙға 1-се кластан алып 11-се класҡа тиклем башҡорт теле уҡытыла. Ырымбур өлкәһенең башҡа мәктәптәрендәге кеүек башҡорт телен уҡытыуҙа һүлпәнәйеү был мәктәпте урап үтте. Шуныһы мөһим, башҡорт телен уҡытыу класс эсендә генә ҡалырға тейеш түгел. Башҡорт йолаларын күрһәтеү, сәйәхәттәр, осрашыуҙар ҙа кәрәк. Был осраҡта уҡыусыларҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә туған телгә ҡарата ҡарашын үҙгәртергә була. Сөнки, нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, балаларының башҡорт телен уҡыуына ҡаршы килгән милләтәштәребеҙ ҙә Ырымбур ата-әсәләре араһында бар. Улар балаларын башҡортса уҡытыуға ҡаршы ялыуҙар яҙалар. Бындай ата-әсәләр менән беҙ осрашыуҙар уҙғарып, туған телгә ҡарата екерҙәрен үҙгәртергә тырышабыҙ»,— тип хәбәр итте Сания Сәйет ҡыҙы.