Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 15:28

"Йәшлек"тә - ҡышҡы мәҙәктәр

Каникул мәлендә балалар тик ятмаһын, төрлө уйындар уйнаһын, көлһөн, хәрәкәт итһен, ялдары мәңге иҫтә ҡалырлыҡ итеп үтһен өсөн ололарға барыһын да эшләргә тигән күрһәтмә булды. Бар республика шуға ла шау килә.

Бөгөн "Йәшлек" мәҙәниәт һарайы яны ла тауышҡа күмелде, балалар өсөн "Ҡышҡы мәҙәктәр" тип аталған уйын ойошторҙолар. Флешмоб, шыршы тирәләй әйләнеү, төрлө уйындар... балаларҙың күңеле булған. Район китапханаһы тырышҡан, кескәйҙәрҙең,күп хәрәкәт итә торғас, ҡорһаҡтары асыҡҡан, уларҙы тәмлекәстәр менән һыйлағандар.
Читайте нас: