Все новости
Новости
14 Июня 2022, 14:23

Бөтәбеҙ ҙә һине яратабыҙ

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған ҡыҙым, тормош иптәшем, әсәйебеҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ Айгөл Наил ҡыҙы ХАЛИҠОВАны күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, күңел түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Ҡәҙерлебеҙ, бар күңелең, оло йөрәгең изгелек һәм игелек менән тулы. Ошо хистәрҙе бар ғаиләбеҙгә - балаларыңа, туғандарыңа һәм яҡындарыңа өләшәһең. Үҙеңде белгән бар кешеләрҙең ихтирамын яулаған һоҡланғыс кеше лә, кәңәшсе лә, яҡын дуҫ та, серҙәш тә һин.
Ғүмер миҙгелдәреңде ҡотло, имен тормош, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына биҙәһен. Баҫҡан аҙымдарың ныҡ, эштәрең һәр саҡ уң, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр саҡ аяҙ булһын!
Һиңә еткерергә теләйбеҙ.
Оҙаҡ ғүмер кисер эргәбеҙҙә,
Һинән башҡа йәшәү белмәйбеҙ,
Бөтәбеҙ ҙә һине яратабыҙ,
Уртаҡ теләгебеҙ бар һиңә:
Һау-сәләмәт кенә ғүмер итеп,
Атла, ҡәҙерлебеҙ, ғүмер үренә!
Иң изге теләктәр менән әсәйең Рәйфә, тормош иптәшең Рөстәм, ҡыҙҙарың Наҙгөл, Алһыу, апайың Рита, еҙнәң Айнур, мырҙаң Рәмил һәм Альберт менән Артур.

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас: