Все новости
Новости
14 Июня 2022, 12:53

"Ҡояшлы утрау"

Бөгөн "Ҡояшлы утрау" лагерына ауылыбыҙҙың имамы Фәрхәд хәҙрәт ярҙамсылары һәм мәсетебеҙ мөслимәләре менән бергә килеп "Ислам һәм балалар" тигән бик матур сара үткәрҙеләр.

Сара дини вәғәз менән башланды. Артабан балаларға төрлө ярыштар үткәрҙеләр. Балалар арҡан тартыштылар, уҡ атыу, көршәк ватыу, һыу ташыуҙа ярыштылар. Балалар яттан аяттар, мөнәжәттәр һөйләнеләр. Аҙаҡтан  бөтә балаларға ла имам дини бүләктәр бүләк итте. Малайҙарға таҡыя, ҡыҙҙарға яулыҡ һәм тәмлекәстәр бүләк иттеләр. Ҙур рәхмәт, бик матур сара булды!

Азат Ғәлиев, Яҡшымбәт ауылы. 

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас: