Все новости
Новости
14 Июня 2022, 12:36

Туҙан күрмәҫтәр

"Оло юлдың туҙаны, үҙем күрҙем туҙғанын" - ошолай тип йырлана халыҡ йырында.

Яҡшымбәт яҡтары был йырҙы артабан да яратып йырлар, әммә йырҙың һүҙҙәре ысынбарлыҡҡа тап килмәҫ. Үрге Баба, Көйөргәҙе, Яҡшымбәт, Молокан ауылдары аша үткән оло юлға асфальт түшәлә. (был турала "Юшатырҙа" былтыр яҙылды). 
Бөгөн, бисмилла тип, асфальтты түшәй башланылар. Һәммәһе 107 миллион һум аҡса бүленә был эшкә,  түшәләсәк юл оҙонлоғо - 6 км 300. 

Тулыраҡ- киләһе һанда. 

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас: