Все новости
Новости
1 Июня , 08:46

Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын

Илкәнәйҙә Балалар байрамы булған. 

Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын
Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын

Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе—Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү—һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы.
Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнағыҙ, күңел йылығыҙҙы һәм иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлағыҙ. Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.
Ҡәҙерле һәм һөйөклө балалар! Һеҙҙе ҡайнар йөрәктән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын!Һәр бер йорт балалар йылмайыуына һәм шатлығына күмелһен! Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге теләйем.

СДК Илькинеево

Автор:
Читайте нас: