Өләсәйем бер ҡасан да, бер ниндәй ҙә эштән ҡурҡып торманы, ул тырыш, егәрле, уңған кеше булды. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән өләсәйем башҡа балалар кеүек үк, ниндәй эш ҡушылһа ла, тырышып эшләгән. Үҫмер сағында фермаға һауынсы булып эшкә керә һәм район буйынса оҙаҡ йылдар йәш һауынсылар араһында алдынғылыҡты бирмәй, ең һыҙғанып эшләй. 1960 йылда Мәскәүгә съезд делегаты булып бара һәм шунда Ленин ордены менән бүләкләнә. Уның намыҫлы хеҙмәт юлын ошо ордены, бихисап Почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Балаларын да, ейән-ейәнсәрҙәрен дә эштән ҡурҡмаҫҡа, тырыш, көслө булырға, бар эште лә еренә еткереп башҡарырға өйрәтеп, матур тәрбиә биреп үҫтерҙе ул. Бер ҡасан да тормош ауырлыҡтары алдында баш эймәне, ғүмер юлы уға ниндәй генә әсе һынауҙар, ауыр юғалтыуҙар әҙерләһә лә, һынманы, бөгөлмәне, балаларым, тип тырышып, йән атып йәшәне. Балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен бер ҡасан да айырманы, һәр береһенә ҡулынан килгәнсе оло ярҙам күрһәтте, ауыр саҡта терәк-таяныс булды.
Өләсәйем беҙҙе, барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрен йыйып ала ла ауылыбыҙ тирәләй урман-ҡырҙар ҡыҙырырға алып сығып китә ине. Ауылыбыҙ, уның кешеләре тарихы, үҙенең яҙмышы, бала сағы тураһында ҡыҙыҡлы, эстәлекле итеп һөйләгәндәрен иҫебеҙ китеп тыңлай-тыңлай еләк-емеш, файҙалы үләндәр йыйып ҡайта инек. Тауышы ла моңло инең уның, уның йырҙары һәр ҡунаҡ табындарын биҙәне, белмәгән йыры, таҡмаҡ, һамаҡлауҙары һирәк булғандыр. Уның ҡабатланмаҫ, һәр ваҡыт яңы, ҡыҙыҡлы таҡмаҡтарын теҙгәнендә алдына төшөп һикерә-һикерә бейеүҙәр, һаман хәтерҙә, әле яңыраҡ ҡына ошо мәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, уның таҡмаҡтарына йәнә һылыуым менән тыпырлатып бейеп, күңелен күргән инек... Мәктәптә уҡығанда өйгә эштәрҙе уның ярҙамы менән эшләнек, ул математика, геометрия фәндәрен бик шәп белде, ауыр-ауыр мәсьәләләрҙе еңел генә итеп сисә лә бирә ине, һуғыштан һуң, йүнле уҡыу ҙа эләкмәгән өләсәйемдең иҫәп-хисапҡа шәп булыуы, минең өсөн ғәжәп күренеш ине.
Өләсәйем өс балаһына ла лайыҡлы тәрбиәләп, кейәү-килендәрен үҙ балалары кеүек яҡын күреп йәшәне. Ә беҙҙе инде, ете ейән-ейәнсәрен гел хәстәрләп торҙо, яңынан-яңы, матур кейемдәр алып кейҙергәне, беҙ шуларға ихласап ҡыуанғаныбыҙ, хәтерҙә. Шуныһы шатлыҡлы, өләсәйем һәр ейән-ейәнсәренең дә балаларын, бүлә-бүләсәләрен, күреп өлгөрҙө, ул уларҙы ла хәстәрләп, ҡарашып, үҫтереште һәм һәр ваҡыт, ошо бәхетте күреүенә ҡыуанып, барыбыҙға ла изге теләктәрен, өгөт нәсихәттәрен еткереп, беҙҙең өсөн доғалар ҡылып ултырҙы. Ошондай бәхетле, йылы хәтирәләргә бай булған, өләсәйле бала сағым өсөн, өләсәйемә рәхмәтлемен, һинең яҡты йөҙөң, өгөт-нәсихәттәрең, төплө кәңәштәрең һәр ваҡыт минең хәтеремдең түрендә һаҡланыр, өләсәй.
Балалары, кейәү-килендәре лә уны шулай уҡ хөрмәтләп, бар яҡтан хәстәрләп торҙолар, оҙаҡ йылдар ауырыған өләсәйемде һәр дарыуын ваҡытында биреп, табиптар кеүек барыһын белеп, матур итеп тәрбиәләп ҡаранылар.
Өләсәйемдең яҡты иҫтәлегенә арнап, бәхетле, өләсәйле бала сағымды яҙҙым, уны белгәндәр, беҙҙең яҡын кешебеҙҙе тик яҡты, йылы хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ. Нисек кенә ауыр бумаһын, яҡындар китә икән. Намыҫлы, лайыҡлы, матур ғүмер юлы үткән ҡәҙерле кешемдең ауыр тупраҡтары еңел, урыны ожмах түрҙәрендә булһын. Өләсәйемде еренә-еткереп тәрбиәләгән, һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан ут күршеләребеҙгә, ауылдаштарыбыҙға, барлыҡ туғандарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәм.
Ейәнсәрең Гөлнур.