Все новости
Новости
24 Октября , 10:11

Донъялағы иң матуры һин бит ул!

Нурия ТАШБУЛАТОВА үҙенең күркәм юбилейын билдәләй!

Донъялағы иң матуры һин бит ул!
Донъялағы иң матуры һин бит ул!

Көйөргәҙе ауылы
Мораптал ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Көйөргеҙе ауылында ғүмер итеүсе беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, наҙлы өләсәйебеҙ, яғымлы ҡәйнәбеҙ, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Нурия Хәким ҡыҙы ТАШБУЛАТОВА үҙенең күркәм 70 йәшлек юбилейын билдәләй!
Ул, бик оҙаҡ йылдар буйы, Көйөргәҙе ауылының мәктәбендә математика фәненән белем бирә, директор вазифаһын да башҡара, ҙур маҡтауға, хөрмәткә лайыҡ кеше. Атайыбыҙ менән өс бала үҫтереп, беҙгә белем биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар, әлеге көндә лә ярҙам итеп, төплө кәңәштәрен биреп торалар.
Һөйөклөбөҙ, ғүмер юлың яҡты өлгө итеп алырлыҡ, меңдәргә үрнәк булырлыҡ! Алдағы йылдарҙы ла именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтәргә яҙһын һиңә. Атайыбыҙ менән беҙҙе ҡәҙерләп үҫтереп, үҙ юлыбыҙға аяҡ баҫырға ярҙам иткәнегеҙ, яратып-һөйөп ҡайғыртҡанығыҙ, ғәҙеллеккә өйрәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Гел шулай көләс, яғымлы бул, атайыбыҙ менән тиң булып беҙҙең ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, беҙҙе һөйөндөрөп йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Донъялағы иң-иң матур
Кеше, әсәй, һин бит ул.
Матурлығың ай, ҡояшҡа,
Сәскәләргә тиң бит ул!
Донъялағы иң ҡәҙерле,
Иң бәхетле кеше бул.
Әсәйҙе бәхетле итеү –
Балаларҙың эше ул!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор:
Читайте нас: