Әҙәм балаһы ергә тыуа, ваҡыты еткәс, уны ҡалдырып та китә, әммә... ошоға барыбер өйрәнеп булмай. Кем китһә лә аяныс, ә Салауат ағайыбыҙ беҙҙең менән хушлашҡан тигән хәбәр үҙебеҙҙе аяҡтан йыға яҙҙы.
Таймаҫты ғына түгел, районды тотоп торған ирҙәрҙең береһе ине ул. Ир тигәнде, Салауат ағай тураһында әйткәндә, мотлаҡ ҙур хәреф менән яҙыу кәрәк. Ир-атҡа хас бөтөн һәйбәт сифаттарҙы үҙенә һыйҙырған кеше ине ул.
Ҡалаға килгәнендә гел беҙгә инер булды, өйөнән дә йыш шылтыратты, мин, миңә тигән бер һүҙе сыҡманы ауыҙынан, бар белгәне, бар янғаны - ауылы ине.
Обелиск, мәсет, зыярат, юл... Таймаҫын нимә борсой, ауылына нимә кәрәк, шул борсоно, шул кәрәкте С. Солтангәрәевкә. Элегерәккә күҙ һалып, шуны ла әйтә алам: мәктәптә балаларға хеҙмәт дәрестәрен уҡытты, тракторист һөнәренә лә өйрәтте, балалар уны ихтирам итте, ябай ҙа, кәрәккән саҡта ҡаты, талапсан да булды, илке-һалҡылыҡты ене һөймәне, коллегалары ла ағай тип кенә торҙо, уның фекере, кәңәшенә гел таяныр инеләр. Мусеевич әйтте, тимәк, шулай булырға тейеш!
Ғүмеренең аҙағынаса үҙ асылыңа тоғро булып ҡалдың, ағай, йәшәү мәғәнәң ил, ауыл булды.