Все новости
Новости
30 Октября , 14:04

Мөхәббәткә табыныу

Яманһары ауылындағы был сараны бары тик кейеҙ баҫыу булды тип әйтһәк тәрән яңғылышырбыҙ.

Мөхәббәткә табыныу
Мөхәббәткә табыныу
"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә үткәрелгән байрам ул, әммә ул йола күрһәтеүгә генә ҡайтып ҡалды тиһәк, үҙ өҫтөбөҙгә оло гонаһ алырбыҙ.
...Ләлә Батыршина апайыбыҙ шиғыр уҡыны (ул һәр сарала шиғыр һөйләй, күңеле шиғри):
 О, мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙы

Батыр яһап, солтан ир иттең.
Саҡматаштай ҡаты ҡатындарҙы
Балауыҙҙан былай иреттең.

О, мөхәббәт! Күпме сәсән ирҙе,
Мәжнүн яһап, телһеҙ тилмерттең,
Телдән яҙған өнһөҙ ҡатындарға
Һандуғастай һайрар тел бирҙең.

О, мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың.
Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.

 
Бөгөн яманһарылар ошо бөйөк хискә - Мөхәббәткә мәҙхиә йырланы. Бөгөн генә түгел, ғүмерҙәре буйы Һөйөүгә баш эйеп йәшәп ятҡан ауыл ул - Яманһары. 
Тулыраҡ - киләһе һанда
Автор:
Читайте нас: