Все новости
Новости
1 Ноября , 16:06

Барыбыҙ өсөн оло юғалтыу булды

29 октябрҙә, барыбыҙҙы оло ҡайғыларға һалып, ҡәҙерле кешебеҙ Салауат Муса улы СОЛТАНГӘРӘЕВ арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Барыбыҙ өсөн оло юғалтыу булды
Барыбыҙ өсөн оло юғалтыу булды

Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡандарҙың, ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһына ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ул өлгөлө ғаилә башлығы, абруйлы, ихлас күңелле, изге күңелле, намыҫлы, барыһына ла ярҙамсыл, ауылдаштары өсөн өҙөлөп торған аҡһаҡал ине. Ул күп йылдар Таймаҫ мәктәбендә уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран, оло хөрмәткә лайыҡлы уҡытыусы. Алтын, оҫта ҡуллы яҡыныбыҙ бар эште лә белеп, урынына еткереп башҡарҙы. Барыһына ла ихтирамлы, иғтибарлы булды. Уның яҡты донъя менән хушлашыуы барлыҡ туғандар өсөн оло юғалтыу булды...
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙған, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан Таймаҫ ауылының берҙәм халҡына, барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарына, күршеләренә ихлас йөрәктән ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Бар яҡлап та ярҙам күрһәткәндәрҙең һәммәһен лә именлек, тыныслыҡ теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан ере йомшаҡ, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмдең бөтә туғандары исеменән Сәғит мырҙаһы.

Автор:
Читайте нас: