Все новости
Новости
10 Ноября , 09:57

“Йөрәгем – йондоҙ” исемле әҙәби сәғәт булды

9 ноябрҙә Күмертау ҡала үҙәк китапханаһында күренекле шағир Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы “Йөрәгем – йондоҙ” исемле әҙәби сәғәт үтте.

“Йөрәгем – йондоҙ” исемле әҙәби сәғәт булды
“Йөрәгем – йондоҙ” исемле әҙәби сәғәт булды

ХХ быуаттың 60-сы йылдарында 18 йәшлек Рәшит Назаров «Йөрәк» исемле шиғыры менән шиғриәт һөйөүселәрҙе таң ҡалдырҙы. Ғөмүмән, Рәшит Назаров ижады, бик күптәр билдәләүенсә, башҡорт әҙәбиәте күгендә сағыу бер йондоҙ булып балҡыны
Сараға Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының 9,10 класс уҡыусылары килде.
Әҙәби сәғәттә Рәшит Назаровтың тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды, шағирҙың “Йөрәк”, “Исемһеҙ һалдат”, “Йәшен” исемле шиғырҙары яңғыраны.
Уҡыусылар, режиссер Гәүһәр Батталова, шағир ижадына арнап төшөргән «Йөрәк» исемле документаль фильмын ҡаранылар.

Автор:
Читайте нас: