Все новости

“Көнөнә ус аяһылай күмәс менән йәп-йәшел кесерткән һурпаһы эсеп эшләнек"

15 йәшлек ҡыҙ торф эшенә йәлеп ителгән, һал ағыҙыуҙа ла яуаплы булған. 

“Көнөнә ус аяһылай күмәс менән йәп-йәшел кесерткән һурпаһы эсеп эшләнек"
“Көнөнә ус аяһылай күмәс менән йәп-йәшел кесерткән һурпаһы эсеп эшләнек"

Көйөргәҙе районы Кинйәбыҙ ауылында йәшәгән тыл ветераны Саимә Сәхиулла ҡыҙы Рахманғолова 95 йәшлек юбилейын билдәләне.

 “Ҡартайған көндә иҫәнлек, туған ереңдә ғүмер итеү, балаларың, яҡындарыңдың игелеген күреү - оло бәхет”, - ти инәй.

Илебеҙ азатлығы өсөн фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡан ҡойошло алышта Еңеү яулауға үҙ өлөшөн индермәгән бер ғаилә лә ҡалмағандыр: берәүҙәр фронтта ғүмерен аямаған, икенселәре тылда әҙәм күтәргеһеҙ ауыр эштә көнөн төнгә ялғаған. Заман ҡыйынлыҡтарын Саимә лә йәштән үҙ елкәһендә татый, кисерә. Үҫмер ваҡытында ул өлкәндәр менән Белорет районында урман киҫергә йөрөй, яҙын һал ағыҙыу эшенә ебәрәләр, өс йылға һуҙыла урман эше. Яҙын ташҡын ҡайтмаҫ борон, Мәләүезгә тиклем  Ағиҙел буйлап һал ағыҙыу, йылға бөгөлдәрендә төҙөлөш материалының таралып китмәүе өсөн яуап биреү ҡыҙ балаларға ғына түгел, ир-атҡа ла, ай-һай, ауыр бирелгәндер. Алҡынып аҡҡан һыуҙа бүрәнәләр таралып ысҡынып, хатта бер нисә ҡыҙ батып харап була.

1943 йылда 15 йәшлек ҡыҙҙы Свердловск өлкәһенә торф эшкәртергә ебәрәләр. “Көнөнә ус аяһылай күмәс менән йәп-йәшел кесерткән һурпаһы бирә инеләр, бер бөртөк кенә туҡмас сыҡһасы”, - тип әле лә ул йылдарҙы бөгөнгөләй хәтерләй ветеран.

Һуғыш бөткәс колхоз эшенә егелә. Сөгөлдөрөн дә үҫтерә, фермала һыйырын да һауа. Ҡайҙа ул заманда бөгөнгө кеүек һауыу аппараты, 25 һыйырҙы ҡул менән һау, мал аҙығын ҡул менән ташып тарат, быҙауын эсер - малсы эшен дә башҡара ул заман һауынсылары. Заманында дүрт класс белем алған бөтмөр Саимә Сәхиулла ҡыҙы келәт мөдире, магазинда һатыусы ла булып эшләй. Розалия исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтыра, инәй бөгөн уның тәрбиәһендә йәшәй. Юбилейын да яҡындары менән ҡаршылай ул. Йорт бүлә-бүләсәрҙәрҙең бәхетле, шат тауышы менән тулы. Бер туған ҡустыһы Рәфҡәт менән  һылыуы Фәниә лә хәлен белергә йыш килә.

Йәшлегендә лә тормош һынауына бөгөлмәгән кеүек, ауыртыу-һыҙланыуҙарға ла бирешмәй йәшәй Саимә инәй. Ҡолағы ғына ҡатыланған, насар ишетә, ә хәтере  - йәштәр көнләшерлек. Күңеле булғанда таҡмаҡтар әйтеп, йыр һуҙа, шиғырҙарҙы яттан һөйләй. Бәйләм эшен ташлауына ла яңыраҡ ҡына. Бар теләге – донъяла тыныслыҡ урынлашыуы, махсус хәрби операцияға ебәрергә йылы бирсәткәләр ҙә бәйләгән. Һәр атҡан таңға ҡыуанып ғүмер кисергән Саимә инәй район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов менән ауыл биләмәһе башлығы Фәнис Рахманғоловҡа  үҙенең ҙур рәхмәт һүҙен еткерҙе, һәр ваҡыт эштәренең уң булыуын теләне.

"Башҡортостан" гәзите. https://bashgazet.ru/articles/veteran/2023-05-14/k-n-n-us-aya-ylay-k-m-s-men-n-y-p-y-shel-kesertk-n-urpa-y-esep-eshl-nek-3257355 

Автор:
Читайте нас: