Все новости

«Биш балам - биш ҡыуанысым»

Һәр кешегә үҙ әсәһе иң яҡыны, иң матуры, иң ғәзизе булалыр.

«Биш балам - биш ҡыуанысым»
«Биш балам - биш ҡыуанысым»

Мин дә ошо көндәрҙә үҙенең оло юбилейын билдәләгән ғәзиз кешебеҙ, әсәйебеҙ Мөнирә Закир ҡыҙы Аҙнабаева хаҡында яҙып үтергә булдым.
Әсәйебеҙ 1933 йылда Яҡшымбәт ауылында донъяға килә һәм уның хәсрәтһеҙ генә, уйнап үҫә торған бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Был ваҡытта үҫкән башҡа балалар кеүек үк ул бик иртә эшкә төшә, 13-14 йәштә ҡулынан килгән барлыҡ эштәрҙе башҡара: һабан менән ер һөрә, ҡырҙа үгеҙ менән көлтә ташый, ҡул менән көнбағыш сәсә һәм башҡалар. Үҫеп буй еткәс, ошо ауылда, шофер булып эшләп йөрөгән Ғәлим исемле егетте осратып, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Йәштәр оҙаҡ уйлап тормай, Салауат ҡалаһына барып эшкә урынлашалар, тик ҡалала бик оҙаҡҡа ҡала алмайҙар, сөнки колхоз председателе Тәлғәт ағай: "Ҡайтығыҙ, тыуған ауылығыҙға төпләнегеҙ, яңы машина бирәм",- тип йәштәрҙе ҡайтарып ала. Шулай итеп, яҙмыш уларҙы тыуған төйәктәренә кире ҡайтара һәм йәштәр ең һыҙғанып донъя көтә башлайҙар. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә бирәләр...

Гөлшат ХӘЙБУЛЛИНА, Яҡшымбәт ауылы

Был хат та тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: