...Ермолаево ауылынан Ҡунаҡбайға гәзит журналдар ташый, пенсия тарата. Йәйәү йөрөргә тура килә, сөнки йөрөргә транспорт булмай.
- Тура юлдан ғына бара торғайным. Бер тапҡыр ҡараңғы ваҡытҡа ла ҡалғаным булды, ҡайтып еткәнсе йүгерҙем. Нисек ҡурҡмағанмын икән,- тип һөйләй инәйебеҙ.
Молокан ауылының фермаһында һыйыр һауа. Искра колхозында сөгөлдөрсе булып эшләй. Иртә яҙҙан, ҡара көҙгә тиклем 3 гектар сөгөлдөрҙе ике ҡат утап, таҙартып, ҡул менән машиналарға тейәп, хөкүмәткә тапшыралар. Ҡайҙа ҡушһалар шунда эшләгән. Ферма келәттәрен һыларға ағартырға йөрөгән, колхозсыларға ашарға ла бешергән, үҙенең донъяһын, балаларында ҡарарға өлгөргән. Шәл, ырғаҡ менән селтәрҙәр бәйләгән, кейем дә теккән, таҫмалар ҙа эшләгән. Колхоз эшенә нығынып үҫә дөрөҫөн әйткәндә.
1956 йылда Яҡшымбәт ауылы егете Әхмәҙи Мөхәмәтғәлим улы Мәҡсүтовҡа тормошҡа сыға...
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды.