Все новости

“95-егеҙгә лә киләбеҙ”

Үткән аҙнала Яңы Таймаҫ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ Фирҙәүес Кутузованың 90 йәшлек юбилейын билдәләнек. 

“95-егеҙгә лә киләбеҙ”
“95-егеҙгә лә киләбеҙ”

Уны ҡотларға тип район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов та килде. Ул әсәйебеҙҙе ҡотлап иҫтәлеккә бүләген тапшырҙы һәм изге теләктәрен әйтте, һөйөклөбөҙгә матур йыр ҙа бүләк итте. Таймаҫ ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Юлдыбаев та йылы теләктәре менән үҙ бүләген тапшырҙы. Шулай уҡ ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Филүзә Вәлидова, ағинәйҙәр ойошмаһынан Зәлифә Исмәғилова, ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Фәниә Рыҫҡолова һәм күршеләре, бер урамда йәшәгәндәр барыһы ла килделәр. Был хәтлем иғтибарға, хөрмәткә әсәйебеҙ ныҡ ҡыуанды. Күмәкләп матур табын артында оҙаҡ ултырып тәмләп сәйҙәр эстек, таҡмаҡтар әйтеп, йырҙар йырлап юбилей байрамын үткәрҙек...

Фәһимә ЙӘНСИЙӘРОВА, юбилярҙың ҡыҙы

Рәхмәт хаты тулы килеш киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 

Автор:
Читайте нас: